Грант күләме тос, кем алыр?13.02.2019
Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар (бөтәһе 287 ғариза) ҡабул итеү тамамланды.

Бөгөн Рафаэль Шафиҡов етәкселегендәге Эксперт советының тәүге ултырышы үтте. Мәғариф бүлегенә – 123, мәҙәниәт тармағына – 84, фәнгә – 24, киң мәғлүмәт сараларына – 13, йәштәр сәйәсәте һәм спортҡа 9 заявка ҡабул ителгән. Тағы ла 18 заявка – илебеҙ төбәктәренән, ә 16 йәмәғәт ойошмаларынан килгән.

Эксперттар 20 мартта баһа бирәсәк, ә артабан инде конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл гранттың күләме, 2018 йылда сарыф ителмәгән 24 миллион һумды ла ҡушып иҫәпләгәндә, барлығы 74 миллион һум тәшкил итә.





Вернуться назад