Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев ике төбәк араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
— Беҙҙең өсөн был документ ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Сыуаш халҡы, Сыуашстан Республикаһы менән беҙҙе бәйләүсе ептәр бихисап. Күршеләрсә, дуҫтарса мөнәсәбәтте нығытыуға, уны артабан үҫтереүгә иҫәп тотабыҙ. Ике төбәктең мәҙәниәт һәм сәнәғәт етештереүе өлкәләрендәге хеҙмәттәшлеге айырыуса көслө. Мәҫәлән, сыуаш әҙәбиәте классиктары Константин Иванов менән Яков Ухсай Башҡортостанда тыуған, улар менән бәйле тарихи урындарҙы ҡәҙерләйбеҙ, исемдәрен ҙурлайбыҙ. Республикабыҙҙа Сыуашстанда эшләнгән машиналар өсөн деталдәр етештерелә.
Башҡортостан Президенты республикала йәшәүсе сыуаштар үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлаһын, уңайлылыҡ тойһон өсөн төбәк етәкселеге тарафынан төрлө сара күрелеүе хаҡында әйтеп үтте, был йүнәлештә эштең киләсәктә лә дауам итәсәген билдәләне. “Килешеүгә ҡул ҡуйыу — дуҫлығыбыҙ тарихындағы яңы оло дәүергә аяҡ баҫыу ул”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Сыуашстан етәксеһе Башҡортостан Президенты менән күптән таныш һәм яҡшы мөнәсәбәттә булыуы тураһында белдерҙе.
— Беҙҙең бөгөнгө рәсми осрашыуҙы дуҫтарса әңгәмә тип атарға ла мөмкин, — тине ул. — Рөстәм Зәки улы менән ил кимәлендәге сараларҙа йыш күрешәбеҙ, фекер алышабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Башҡортостанда электән йәшәүсе милләттәштәрем рухи-мәҙәни ихтыяждарының һәр саҡ ҡәнәғәтләндерелеүен билдәләй, яңыраҡ күсеп килгән сыуаштар ҙа: “Был төбәк икенсе Ватаныбыҙға әйләнде”, — тип раҫлай. Ошоларҙың барыһы өсөн дә республика халҡына, тәү сиратта киң күңелле, ҡунаҡсыл башҡорттарға рәхмәт белдерәм!
Ҡул ҡуйыу тантанаһынан һуң ике республиканың етәкселәре журналистар менән аралашты. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, төбәктәр бер-береһенә күп йәһәттән оҡшаш. Мәҫәлән, ике республикала ла ауыл хужалығы үҫешкән, сәнәғәт етештереүе өлкәһендә нефть эшкәртеү менән машиналар эшләү тармаҡтары өҫтөнлөк итә. Килешеүгә ярашлы, һыу турбиналары заводы, электр техникаһы кластеры төҙөү кеүек мөһим эштәр күҙаллана. “Төп маҡсат — үҙ-ара бәйләнештәрҙе тағы ла нығытыу, Башҡортостан һәм Сыуашстан, тотош Рәсәй халыҡтарының тормош сифатын юғарыраҡ кимәлгә күтәреү”, — тине Михаил Игнатьев.
Д. МӘЖИТОВ.