Кинәнеп ижад ит, бәләкәс!07.12.2011
Кинәнеп ижад ит, бәләкәс!Оҙаҡ йылдар күрешмәгән класташтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр. Ихлас ҡосаҡлашыуҙар, хәтирә уртаҡлашыуҙар... Бындай күренеште Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернатының 50 йыллығына арналған тантанала күҙәтергә мөмкин ине.
Үҙенсәлекле белем усағы ярты быуат эсендә өс меңдән ашыу уҡыусыға ҡылҡәләм серҙәрен асҡан, сәнғәт киңлектәрен гиҙерлек ҡанат ҡуйған. Бөгөн улар илебеҙҙең мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерә, күптәре – Рәсәй Рәссамдар һәм Архитекторҙар союздары ағзаһы. Гимназия уҡытыусылары әле республиканың төрлө төбәгенән һәм күрше өлкәләрҙән йыйылған 300-ҙән ашыу баланы белемле, мәҙәниәтле, илһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала. Башҡортостан Кинәнеп ижад ит, бәләкәс!Республикаһы Хөкүмәте мәғариф һәм фән бүлегенең баш консультанты Гөлнур Сәлимова менән мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин иң алдынғы педагогтарға Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһын һәм “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырҙы.
Шулай ҙа уҡытыусы өсөн иң оло бүләк – уҡыусыларының һөйөүе һәм ихтирамы. 1976 йылғы сығарылыштың класс етәксеһе Гөлсара Ҡолошова – ошондай бәхетле педагогтарҙың береһе. Уның эргәһенә уҡыусылары әле лә ашҡынып килә. “Гөлсара Ваһап ҡыҙы беҙгә, VI класҡа килгән балаларға ысын мәғәнәһендә икенсе әсәйгә әүерелде, күп ваҡытыбыҙ уның янында үтте. Әле лә беҙҙе бала кеүек күрә”, – ти инде үҙҙәренең сәстәренә сал ҡунған һабаҡташтар.
Тәжрибәле педагог, оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән Екатерина Новосельцеваны ла уҡыусылары яҡын күрә, осрашыуға хатта уның портретын төшөрөп килтергәндәр.
Кинәнеп ижад ит, бәләкәс!Уҡытыусыларҙы хөрмәтләгән саҡта гимназияның 1994–2011 йылдарҙағы директоры Рәфил Фәтиховтың яҡты иҫтәлеген хәтергә төшөрмәү мөмкин булманы. Ул етәкселек иткән дәүерҙә мәктәп-интернат гимназияға әүерелә, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалған рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев исемен йөрөтә башлай. “Рәфил Рафаэль улы йәш быуынды халыҡ традицияларына һаҡсыл булырға өйрәтте, милли сәнғәтте үҫтерергә ынтылды”, – тип хеҙмәттәштәре уны бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Гимназия директоры Гөлйемеш Садиҡова уҡыу йортон тормош даръяһындағы изгелек һәм хәстәрлек утрауы менән сағыштырғайны. Ике йыл элек иҫке бина үҙгәртеп ҡоролғандан һәм яңыһы төҙөлгәндән һуң ул, ысынлап та, илаһи урынға әүерелгән. Уҡыусылар иркен бүлмәләрҙә белем ала, ижад менән шөғөлләнә. Гимназиялағы мөхит һәр балаға: “Уҡы, бәләкәсем! Кинәнеп ижад ит! Тыуған яғыңдың илһөйәре булып үҫ!” – тип өндәшкәндәй тойола.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад