“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”12.02.2019
Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош асылына, халҡына хеҙмәтенә оло ихтирам менән ҡараған замандаштарыбыҙ Өфөнөң мосолман зыяратына йыйылды.

Шиғырында әйткәнсә, “Заманым тип тамаҡ ярмаһа ла, заманы йөрәген ярып үткән” шағир февралдә донъяға килә һәм ошо уҡ айҙа баҡыйлыҡҡа күсә. Тап Йәш ижадсыларҙың республика семинары көндө күҙҙәрен мәңгелеккә йома ул һәм һуңғы һүҙҙәре лә “Их, егеттәргә барып етә алманым инде...” була. Хәҙер йыл һайын йәштәр үҙҙәре әҙиптең һуңғы төйәге эргәһенә йыйыла.

Шағирә Тамара Ғәниева, халыҡ шағирын күргән, аралашҡан кеше булараҡ, уның хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып килде һәм Рәми ағайҙың тыуған көнөндә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Рәми ағайҙы ерләүҙә ҡатнашҡайным. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр яҙыусыны һуңғы юлға оҙатыу ине ул. Ябалаҡлап ҡар яуа. Шаңҡығайныҡ, илауҙан һеңгәҙәгәйнек. Мин поста торасаҡ ҡәләмдәштәре өсөн беләккә таға торған бәйләместәрҙе үтекләнем. Матур көйө генә ята ине ағай. Денис Бүләков абзый: “Ағайға кисә тере ваҡытында кейә алмаған өр-яңы костюм һатып алдыҡ”, – тип әсенде. Пушкин урамы буйлап йәйәү күтәреп китте егеттәр... Урам шығырым тулы ине. Зыяратта водокачка тирәһендә генә ята ул. Әле инерлекме икән һуң?”

Әлбиттә, инерлек: ҡәберенә юл ике көн алдан уҡ һалынып ҡуйылды. Йыл да Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған сараға халыҡ йыйылып, шағирҙың “Туған тел” шиғырын күмәкләп яттан һөйләй, ҡәберенә сәскәләр һала. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалды замандаштар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин: “Беҙ йәштәрҙе тап Рәми Ғарипов рухында, уның ижады өлгөһөндә тәрбиәләргә тейешбеҙ!” – тине. Филология фәндәре докторы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов Рәми ағайҙы уҡытыусыһы булараҡ хәтергә алды, рәхмәттәрен әйтте. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шулай уҡ бергә эшләгән йылдары иҫтәлектәрен еткерҙе, журналист һәм әҙәбиәтсе һөнәрҙәренең үҙенсәлектәрен Рәми ағайҙан өйрәнеүен билдәләне.

Шағирә Лариса Абдуллина үҙ сығышында Рәми Ғариповтың милләттең рухи юлбашсыһы булыуы, бары тик уға ғына үҙе арабыҙҙан киткәндән һуң халыҡ шағиры исеме, Салауат Юлаев исемендәге премия күмәк көс менән бергәләп юллап алып бирелгәне хаҡында әйтте. Рәми Ғарипов ижады – ул халҡыңа тоғролоҡ, милләтеңә хеҙмәт, ысын кешелек өлгөһө!


Вернуться назад