Башҡорт халҡына хушлашыу хаты12.02.2019
Башҡорт халҡына хушлашыу хаты
Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып, шундай аманат ҡалдырған: “Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә үҫентеһе ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтә баҡсаға таралыр”. Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу алдынан беҙ гәзит уҡыусылар иғтибарына йәнә ошо хатты тәҡдим итергә булдыҡ.

Милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем. Хәрәкәтебеҙ, Башҡортостандағы кеүек үк, Төркөстанда ла бихисап ватандаштарыбыҙҙы көрәшкә дәртләндерҙе. Был эштә Төркиә­нән, Дағстандан, Азербайжандан, хатта Афғанстандан байтаҡ кеше ҡатнашты, ниһайәт, ул Әнүәр Пашаны ла йәлеп итте.

Үкенескә ҡаршы, Польша ме­нән һуғыш Мәскәү файҙаһына тамамланды. Әгәр был һуғыш һис юғында тағы бер нисә ай дауам иткән булһа, Әнүәр Паша Байсун — Ғузарҙан, ә Сәмәрҡәнд вила­йәте баҫмасылары Жизак-Нуратанан килеп, Сәмәрҡәнд менән Бохараны яулап алыр ине. Тимер юлдың күп урындарын шартлатыу өсөн динамиттар әҙерләнде. Август айында был юл Ҡыҙыл-Арват һәм Һырдаръя тарафтарында Ҡыҙыл армия өсөн ябыласаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәскәү ҙур хәрби көстәрҙе был яҡҡа йүнәлтеү мөмкинлеген тапты.

Хәлебеҙ август айында тамам кирегә китеүгә ҡарамаҫтан, мин көрәште дауам итеү, бөтөн Шәһрисәбз һәм Сәмәрҡәнд тарафы баҫмасыларын, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ офицерҙарын август аҙағында Байсун өлкәһенә туплап, уларҙың Әнүәр Паша менән берләшеүен тәьмин итеү менән шөғөлләнә инем, әммә ваҡиғалар тиҫкәрегә юл алды. Әнүәр Паша һуғышта шәһит булды. Тап шул ваҡытта (сентябрҙә) Ташкентта йәшерен рәүештә йыйылған Төркөстан Милли берлеге конгресы миңә көрәште сит мәмләкәттәрҙә дауам итеүҙе, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙ­ҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьә­лә сифатында ойоштороу эштә­рен йөкмәтте. Европала йәки Төркиәлә ҡалып, шул эш менән шөғөлләнәсәкмен. Әммә хәҡиҡәт­кә тура ҡарарға кәрәктер: был хәрәкәттең хәҙерге кимәле, йәғни мәхәллә күләмендә хәрәкәт итеп көрәшеп, Советтарҙы сигенергә мәжбүр итергә тырышыу һөҙөмтә бирмәне. Хәҙер милләтебеҙ бүре тешенә эләккән һарыҡ хәлендә.

Әммә был мәсьәлә киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә күтәреләсәк, шуға көрәште башҡаса ойоштороу зарур. Рәсәйҙә Советтар хаким­лығы мәсьәләһе, хәҙергә эске көрәш сифатында тамамлан­ғандан һуң, артабан халыҡ-ара мәсьәләгә әүереләсәк. Уның менән һуңыраҡ бөйөк дәүләттәр мәшғүл буласаҡ. Ул киләсәктә бөйөк дәүләттәр мәсьәләһе булыуҙан да уҙып, бөтә донъя мәсьәләһенә әүерелер. Советтар, милләттәрҙе һәм колонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ таратып, эшселәрҙең ирек һәм хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт итеүсе хәрәкәткә әүерелдерҙе. Ошо көндәрҙә Ленинға һәм мине ғәфү итеүҙәре хаҡында белдергән Сталин менән уның башҡа арҡаҙаш­тарына тапшырыу өсөн шул уҡ мәсьәләләр буйынса ике хат яҙып, Ташкентта ғөмүми вәли булған Рудзутакка ебәрҙем.

Уларҙың бынан һуң үткәрәсәк сәйәсәтенең программаһы — Рәсәйҙең үҙендә генә түгел, Европалағы һәм Азиялағы күрше өлкәләрҙә лә рус теле һәм мәҙә­ниә­тенең хакимлығын тәьмин итеү. Бөтә донъя милләттәрен со­циализм төҙөүгә саҡырыуҙа шул маҡсатҡа өлгәшеүҙең бер са­раһы ғына. Бөтә донъяны урыҫ­лаштырыу бойомға ашырырлыҡ эш түгел. Әммә был хәҡиҡәтте башҡа илдәрҙә тиҙ генә аң­лай алмаҫтар, сөнки бойон­до­роҡһоҙ, азат милләттәргә урыҫ мәсьәләһенең ғәмәлдәге империалистик асылын аңлатыуы ауыр. Быны хатта Хиуалағы йәш сәйәси эшмәкәрҙәр рустар улар­ҙың үҙ хөкүмәттәренең көлөн күккә осороуын дүрт ай элек аңламай ине әле. Бәлки, был хәҡиҡәттәрҙе аңлау өсөн һәр милләттең бер ни тиклем ваҡыт урыҫ хакимлығы аҫтында булыуы шарттыр.

Һәр хәлдә, хәҙер мәмлә­кә­тебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сөләймән Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөн милләтебеҙгә зыян ғына. Был хосуста мин уға Бохаранан хәбәр ебәргәйнем. Шатлыҡҡа күрә, ҙур юғалтыуҙар булманы шикелле. Хәҙер ҡулы­ғыҙ­ҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр:

1) Йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү.

2) Хосуси хужалыҡ эштәренән айырылып, кооперативтарға инеп, социализм аппаратында нығы­нып, милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү. Быны 1919 йыл­дың авгусында Стәрле­та­маҡ­тағы йыйылышта ла һөйләгәйнем.

3) Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкә­һендә, эшләнәсәк. Был тәңгәлдә һис бер ниндәй ойошма йәшәтеп булмаҫ, сөнки ул Совет учреждениелары тарафынан буйһон­доролоп, уларҙың мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк, шуға күрә дин һәм тел өсөн көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ.
4) Көрәштең икенсе дәүеренә был мәсьәләләрҙең халыҡ-ара кимәлгә күтәреләсәгенә ышанып әҙерләнеү. Иҙел һәм Урал буйҙа­ры төрөктәре өсөн ул саҡ Төркөс­танға һыйыныбыраҡ хәрәкәт итеүҙең мотлаҡ булыуына инаныу кәрәк була.

Был юлда 1917 йылдан бирле алып барған көрәшебеҙ хаҡында балаларыбыҙға өйҙә аңлатыу кәрәк. Хөр донъя милләттәре берләшеп, большевизмдың таралыуына ҡаршы тора алмаһа һәм Азия милләттәренең күбеһе Советтар юлына баҫһа, коммунизм милли ҡаршылыҡтар ялҡы­нын иң ныҡ тоҡандырған бер тәғлимәт булыу арҡаһында, был милләттәр бер-береһе менән һуғышасаҡ. Беҙ донъя ҡитғалары араһында күп төрлө бәйлә­нештәрҙең, шул иҫәптән сауҙа бәйләнештәренең артабан үҫкән бер дәүерендә йәшәйбеҙ, шуға күрә Рәсәйҙең шәреҡ менән ғәрәп илдәре араһындағы иҫке сауҙа юлдарын үҙ ҡулында тота бел­мәүе насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Урыҫтар төрөк ҡәүемдәрен бер быуат эсендә генә йота алмаҫ, сөнки был эш Кавказ, Украина кеүек өлкәлә урыҫлаштырыуҙың уңышлы барыуына бәйле. Хәл­буки, урыҫлаштырыу сәйәсәте­нең ҡорбаны буласаҡ милләттәр хәрәкәтһеҙ ҡалмаясаҡ, урыҫтар күбәйһә, улар ҙа күбәйер.

Был тәңгәлдә киләсәк хаҡында бәғзе фекерҙәремде яҙам, күрә­ҙәлек итә тимәгеҙ: урыҫтарҙың империализмы һәм бөтә донъяла инҡилап күтәрергә йүнәлтелгән тырышлығы Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы ХХ быуаттың иң бөйөк хәҙистәре итеп күрһәтәсәк. Бөтә милләттәрҙең яҙмышы ошо ваҡиғаларға бәйле булып күренер. Ләкин нәфселәрен тыя белмәү­ҙәре арҡаһында урыҫтар был бөйөк ваҡиғалар нигеҙендә тик үҙ файҙаһын ҡыуасаҡ. Бының һөҙөмтәһендә килеп тыуған бөйөк ваҡиғалар беҙгә яңынан терелеү мөмкинлеге бирәсәк.

Мосолмандар күп йәшәгән Төркөстан кеүек өлкәләр был хәлдән файҙаланыр. Ошо мәлдә йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тереләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләр ҙә ышанып йәшәргә һәм быны йәш быуынға аңла­тырға тейеш. Беҙ был мәсьәлә менән сит илдәрҙә шөғөл­ләнер­беҙ, әммә ышанам: беҙҙең быуын ул ҡотолоу көндәрен күргәнгә тиклем үлеп бөтмәҫ әле. Беҙ Баш­ҡортостанда милли хәрәкәтте законлы рәүештә йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡарары буйынса милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек. Төркостанда иһә был хәрәкәт ризаһыҙлыҡ һәм күтәре­леш рәүешендә беҙ килгәнгә тиклем үк башланғайны, күпселек баҫмасылар фанатик муллалар йоғонтоһо аҫтында ине. Беҙ бындағы хәрәкәткә милли фекер, идеал индерҙек, ниһайәт, уға Төркиәнең бөйөк тарихи шәхесе үҙ офицерҙары менән килеп ҡушылды.

Был ваҡиғалар бер нисә йылда, хатта бер-ике быуында онотолоп бөтә торған эш түгел. Төрөк милләте азатлыҡ фекеренә тоғро ҡалыу сәбәпле, бойондороҡһоҙ дәүерҙәргә ҡараған Йәнебәк хан, Тимер, Иҙеүкәй, Күсем менән улдары Ҡәйеп хан һәм Аблай хан кеүектәргә бағышланған хәтирә­ләрҙе әле булһа йәшәтеп килә. Хатта тарихыбыҙҙың боронғо дәүерҙәрендә төрөк булмаған халыҡтар араһында әҙселектә ҡалған, телен онотҡан йәки онотоу хәленә еткән ҡәбиләләребеҙ ҙә форсат асылыу менән аяҡҡа баҫҡан һәм яңынан үҙ дәүләт­тәрен ҡорған. Бындайҙарҙан тарихта ҡытайҙар араһында туйу­һун, шато һәм таугач, һиндтар араһында ҡарлуҡ һәм калач, уғро-финдар араһында арпаттар, иран, ғәрәп һәм ҡурдтар араһында уғыҙҙар, ағачериҙар һәм аҡҡуйындар кеүек, әҙселектә ҡалған хәлдә лә, булмышын һаҡлап, һуңыраҡ дәүләт төҙөгән ҡәбиләләрҙең тарихы беҙҙең өсөн таң ҡалырлыҡ ғибрәт.

Быларҙы романдар форма­һында яҙып нәшер итер инем. Эргунекун мифы бер ҡаһарман төрөк йәмғеһенең үлде-бөттө тигәндән һуң терелеүен аңлатыр. Беҙ хәҙер урыҫтар араһында тарихи тормошобоҙҙоң иң ҡурҡыныс дәүерен кисерһәк тә, асылда ҡур­ҡып торманыҡ. Мин үҙем, борон­ғоларҙы белгәнлектән, уңыш­һыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүем­дәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткән, әммә хөрриәт ҡаҙанған. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр.

1917 — 1922 йылдар беҙгә күтә­релергә форсат биргән хәлдә лә хәрәкәтһеҙ ҡалһаҡ, ҡабаттан шун­дай уҡ форсаттарҙан файҙа­ланыуы ҡыйын булыр ине. Хәл­буки, был форсат ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, файҙалана алдыҡ. Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫ­мөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Ҡараһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кинесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк. Был көрәш барышында ижад ителгән шиғырҙар, бәйеттәр оноторлоҡ түгел. Әлбиттә, дошман уларҙы оноттороу өсөн ҙур ғәйрәт сарыф итер. Әммә Рәсәйҙә баҫылмағандары сит илдәрҙә баҫылыр. Рәсәй үҙ сиктәрен һәр саҡ бикле тотоп тора алмаҫ. Хөрриәт һәм милли азатлыҡ фекерҙәрен таратҡан әҙәбиәтте беҙҙекеләр үҙ илендә уҡымаһа, сит илдә уҡып ҡайтыр. Тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән, террорға ҡоролған хакимлыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙ­лөккә төшөрмәһен. Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббә­тебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр.

Ашхабад, 1923 йыл, февраль


Вернуться назад