Бик шәп кеше ине!Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин 1894 йылдың 14 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Миәкә районы) Йәнәби-Урсай ауылында тыуған. Башта ауыл мәҙрәсәһендә һабаҡ ала, аҙаҡ өс йыл Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта. 1917 йылда армияға алына, сәйәси курста уҡый. Ҡыпсаҡ-Етеырыу район хәрби комиссариатының агитация-пропаганда бүлеге начальнигы була. Мәскәүҙәге Свердлов исемендәге университетта бер йыл уҡып ҡайтҡас, партияның өлкә комитеты тарафынан Үҫәргән кантонына партия эштәрен ойоштороу өсөн ебәрелә. 1921 йылда Башпрофсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп һайлана. 1922 йылда Арғаяш кантонының енәйәттәрҙе эҙләү начальнигы итеп билдәләнә, сельпромсовет рәйесе булып эшләй. 1924 йылдың аҙаҡтарында партияның өлкә комитеты уны “Башҡортостан” гәзите секретары итеп күсерә, 1926 йылда гәзиттең яуаплы мөхәррире итеп үрләтелә һәм 1937 йылға тиклем шул эшендә була. 1931—1932 йылдарҙа Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм курстарында уҡый. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.
Төхфәт Йәнәби ижади эшен партия, совет һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡарыу менән бергә алып бара. “Эш сыуағы” (1926) шиғырҙар йыйынтығында социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар барышында совет кешеһе характерының формалашыуы һүрәтләнә. “Бормалы юлдар” (1930), “Сиртелгән ҡылдар” (1930), “Еңеүселәр иле” (1935) тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы. “Тәүге танышыу” (1932) исемле юмористик хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Башҡорт журналистикаһын тикшергән “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты” (1919 – 1929), “Партия һәм ауыл ярлылары” кеүек ҡыҙыҡлы хеҙмәттәрен ижад итә.
Нахаҡҡа ғәйепләнеп, 1937 йылда ҡулға алына, Өфөлә атыла. 1956 йылда аҡлана.
Бөгөн тыуған ауылында музейы эшләй, мәктәп алдында бюсы тора.
Иң оҙаҡ башҡарған вазифаһы Төхфәт Йәнәбиҙең иң оҙаҡ башҡарған вазифаһы “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнгән. Тап ошонда ул башҡорт телендә гәзит сығарыу эшен оҫта ойоштороусы булып таныла, шул йылдарҙа әҙәби ижады ла сәскә ата. Уның тураһында өлкәнерәк ағайҙарҙан һорашһаң: “Ә... Кәлимуллинмы? Бик шәп кеше ине!” — тип иң элек уның “Башҡортостан” гәзитендә мөхәррир булыуын әйтәләр.
Нур ЗАРИПОВ.
(“Башҡортостан”,
1994 йыл, 17 март).“Шиғырҙары әҙәби”Йылдар үткәс, Өфөләге журналистар курсында уҡырға тура килде миңә. Әҙәбиәтте серҙәш иткән елкенсәк менән форсат сыҡҡанда әҙәби кисәләрҙә лә булғыланыҡ. Әленән-әле танылған яҙыусылар менән дә аралаштыҡ, тик улар араһында Төхфәт ағай Йәнәбиҙе генә осратып булманы. Әгәр ҙә ҡәләмдәшем Камил Хәбиб: “Союзға яңы секретарь килгән, Төхфәт Йәнәби ағай, үҙен күреп һөйләштем”, — тимәһә, һаман яратҡан яҙыусымды осратмаған булыр инем.
Курстан һуң “Ленинсы” гәзитендә ике-өс аҙна эшләгәс, яңы ғына яҙған шиғырҙарымды тотоп, оло шағирға күрһәтеү теләге менән Cоюзға киттем. Төхфәт ағай бүлмәһендә ниндәйҙер ҡағыҙҙар ҡараштырып, бер үҙе ултыра ине. Һаулыҡ һорашҡас, башын күтәреп ҡараны ла:
— Ни йомош, ҡустым? — ти.
Ә мин:
— Төхфәт Йәнәби ағай, бер-ике шиғырымды уҡып, ҡул ҡуйһағыҙ ине. Шунһыҙ гәзиттә баҫмайҙар, — тинем, йәлләткәндәй.
— Ундай тамғаны, ҡустым, Сәйфи ағай бирә. Ғ. Сәләм, Йософ Гәрәй ағайың да ҡалышмай, — тигән булды. Шулай ҙа машинкала баҫылған ике шиғырымды алды, эстән генә уҡыны булһа кәрәк. Хәтерендә ҡалдырырға тырышҡандай, һуҙып ҡына исемемде әйтте: — Яҡуп Ҡолмой... Әллә Хисмәттең ҡустыһымы һин? — тип һораны ул көлөмһөрәп.
— Бер туған ағайым, — тинем шатланып.
— Бына нисек икән... — Тағы шиғырға күҙ төшөрҙө. — Бер шиғырыңды алып ҡалам, иртәгә Ғ. Сәләм килергә тейеш. Тамға һуҡтырырмын. Ваҡыт табып, иртәгә төштән һуң килеп сыҡ, — тине сабыр ғына. Ишекте ябыр алдынан:
— Ағайыңа сәләм тапшыр, — тигән яғымлы тауышын ишеттем.
Дим башҡорто булһа ла, Төхфәт ағай “ҫ” хәрефенә бик үк баҫым яһамай һөйләшә икән. Уның әле ишеткән үҙенсәлекле һүҙҙәре лә “Тәүге танышыу” хикәйәһенә йәбешеп ятҡан һымаҡ. Ә шиғырға, үҙе әйткәнсә, тамға һалмағас, ҡыйын һымаҡ булды миңә. Оҡшамаһа, башҡалар кеүек “шиғырың йомшаҡ” йәки “рифмалар насар”, тип әйтер ине. Ә үҙе күп йылдар “Башҡортостан” гәзитендә редактор була тороп та хәҙер тамғаһын йәлләй, үҙенән йәш Ғ. Сәләмдән тамға һуҡтыра, имеш... Аңламаҫһың, ниндәйҙер сер бар бында...
Иртәгәһенә тағы килдем ағай янына. Ул бүлмәһендә был юлы ла яңғыҙ ултыра ине.
— Ә, килдеңме, ҡустым, — тип аяҡ үрә баҫып ҡаршы алды мине. — Бына шиғырың, тамға һуғылған. Һин уны “Ленинсы” гәзитенең редакторы Ғөзәйгә күрһәт.
— Мин үҙем шунда эшләйем, — тигән булдым.
— Улай булһа, бигерәк һәйбәт, баҫыр. — Кире урынына ултырҙы ла әйтеп ҡуйҙы. — Кәйефеңде төшөрмә, ҡустым, яҙ ҙа яҙ. Һәйбәтерәге гәзиттә урын табыр. Хәҙер кемдән уҡытып алырға кәрәклеген аңлағанһыңдыр инде...
— Аңланым, Төхфәт Йәнәби ағай. Рәхмәт һеҙгә, — тип ҡыуанысымды белдерҙем оло шағирға.
Тамға һалынған шиғырым “Һөйөнөс” тип аталғайны. Аҙна үтер-үтмәҫтән ул “Ленинсы” гәзитендә баҫылып та сыҡты.
Ул мәлдә республика гәзиттәре Володарский урамындағы дүрт ҡатлы яңы бинала урынлашҡайны. Нәшриәт тә, ашхана ла ошо бина ихатаһында. Эш тә уңайлана төштө, үҙемә күрә таныштарым да ишәйҙе. “Ленинсы”ның яуаплы секретары Мостафа ағай Садиҡов (ул фронтта батырҙарса һәләк булды) әҙер яҙмаларҙы ҡулыма тоттора ла типографияға йүгертә торғайны. Бына шул осорҙа инде үҙемдән дүрт-биш йәшкә олораҡ хәреф йыйыусы егет Әптерәй Камалов менән таныштым. Һөйкөмлө лә, әҙәпле лә, уңған да ағай ине ул. Ашығып наборныйға төшһәм, минең дуҫ цехты яңғыратып шиғыр уҡый. Ара-тирә Торатау, Ағиҙел тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡуя. Баҡһаң, ул Төхфәт Йәнәби ағайҙың беҙҙең яҡтың Торатауына арналған поэмаһын уҡып, наборҙағы хаталарын тикшерә икән.
— Беләһеңме, Төхфәт ағай матур шиғыр яҙған, — ти ул, ҡулындағы оҙонса ҡағыҙын һелкеп. — Оҙонораҡ булһа ла уҡып туйғыһыҙ. Иртәгә “Башҡортостан”да сыға, уҡырға тырыш, һиңә файҙаһы тейер уның.
Үҙе “Төхфәт Йәнәби — шиғырҙары әҙәби” тип ҡалыпҡа һалынған һүҙҙәрҙе таҡмаҡлай.
Төхфәт ағай хаҡында уның менән аралашып йәшәгән замандаштарынан көләмәс һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Бигерәк тә дуҫым Әптерәйҙең шаян таҡмағы хәтерҙе йыш ҡына яңыртып торҙо. Тик таҡмаҡсының үҙен күптән юғалтҡайным инде. Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәс кенә яҙмыш беҙҙе Салауат һәйкәле янында яңынан күрештерҙе. Бына шунда ул миңә “Шиғырҙары әҙәби” тигән онотолмаҫ таҡмағының кескәй генә тарихын һөйләп бирҙе:
— Был ваҡиға Мәжит ағай иҫән саҡта булған, — тип башланы ул һүҙен, — “Башҡортостан” гәзитендә Ҡырғыҙбай исемле шағирҙың сусҡа хаҡында көләмәс шиғыры баҫылып сыҡҡас, өлкән шағир был таҡмаҡҡа ҡаршы шиғри хат яҙған. Уны ла мин йыйҙым, — ти Әптерәй, күкрәген кирә биреп. — Был хәл гәзиттең редакторы Төхфәт Йәнәбигә шиғри яуап яҙырға мәжбүр иткәндер. Ҡыҙыҡ, уның “Мәжит Ғафури”ға тигән шиғри яуабын да йыйыу минең өлөшкә төштө. Ул шундай юлдар менән тамамлана, — тине лә элекке кеүек үк кинәнеп уҡыны:
— Үтенесеңде лә ҡабул итә
Ҡәләмдәшең Төхфәт Йәнәби.
Гәзиттә баҫылған шиғырҙар
Булыр шыма, матур әҙәби, —
тип көлөмһөрәй Әптерәй.
“Төхфәт Йәнәби — шиғырҙары әҙәби” тигән шиғри әйтем дә шул осорҙан ҡалған көләмәс ине беҙгә.
Яҡуп ҠОЛМОЙ.
(“Башҡортостан”,
1993 йыл, 30 ғинуар).Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.