“Фонограмма менән йырлаусыларға ҡаршы 1994 йылда уҡ көрәш башлағайнығыҙ. Ошо “фронт”та әле хәлдәр нисек?” Шундай һорау бирҙе тамашасылар яңыраҡ Өфөләге концерт ваҡытында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдиновҡа.
— Бер нисек тә бармай, — тип яуапланы йырсы. — Дөрөҫ, мин көрәшеп ҡараным, тик уларҙы еңеп булмай, сөнки улар — меңәр, ә мин — берәү.
Ҡыҙғаныс, әммә Салауат менән килешмәү мөмкин түгел. Беҙҙә лә күп ундайҙар, алдан яҙылған йырға сәхнәлә ауыҙ асып тороусылар, тамашасыһын алдаусылар, үҙҙәрен ихтирам итмәүселәр.
Ләкин ысын мәғәнәһендә профессионалдар ҙа юҡ түгел. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа ла, улар бар. Күптән түгел Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында республикабыҙҙың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсуринаның концерты – быға сағыу дәлил.
Баштан уҡ шуны әйтергә кәрәк: үҙ эшенең оҫталары ижадына һәр саҡ талапсан. Салауат Фәтхетдиновтың да концерты шунан алда ғына үткәс, сағыштырып ҡарарға мөмкинлек бар. Әлфиә лә, Салауат та тере тауыш (уйлап тапҡандар бит, әй, был һүҙбәйләнеште, әйтерһең, үле тауыш була?!) менән йырланы. Икеһе лә тамашасы менән туранан-тура аралашты. Тик был бәйләнеш араһында аҙ ғына айырма ла бар ине. Салауат Фәтхетдиновҡа тамашасылар залдан бик күп һорау яуҙырҙы. Артист уларҙың һәр береһенә үҙенә генә хас юмор менән халыҡты көлдөрә-көлдөрә яуап ҡайтарҙы. Йырсы хаҡында яҙырға теләүсе журналистарға аҙаҡ артист менән осрашып һөйләшеүҙең кәрәге лә ҡалманы тиерлек. “Һеҙҙең сайтығыҙ бармы? Булһа, нисек?” — тигән һорауға ул: “Булманы, юҡ һәм булмаясаҡ та, — тине. — Асып ҡараным бер ваҡыт. Тик миңә килгән мәғәнәһеҙ хаттарҙы уҡып, сәстәр үрә торҙо. Етмәһә, үҙем танышҡанға тиклем ике ҡыҙым ҡараған. Шунан бирле Интернет тигән нәмә менән бәйләнешем бөттө. Бына мин алдығыҙҙа торам. Теләгән һорауығыҙҙы бирегеҙ, барыһына ла яуап ҡайтарам”.
Бына шулай күңелен асып һалды йырсы халыҡҡа. Уйындар ҙа, еңеүселәргә бүләккә футболкалар ҙа, дисктар ҙа таратты Салауат. Беҙҙең артистар менән сағыштырғанда, мөмкинлектәре лә күберәк, әлбиттә. Ни тиһәң дә, “Салауат йыр театры” исемен йөрөтәләр бит.
Әлфиә Юлсуринаның сығышында тамашасылар менән бәйләнеш икенсе төрлөрәк булды. Ул үҙе яратҡан йырҙарҙы башҡарғандан һуң залға мөрәжәғәт итте: “Бәлки, был йырҙар кемгәлер оҡшамайҙыр, мин бөгөн күңелемә яҡындарын башҡарам. Һеҙҙең дә ниндәйҙер йырҙарҙы тыңларға теләгегеҙ барҙыр?” Китте бит бер заман залдан урындан ҡысҡырыусылар, яҙып ебәреүселәр: “Илсе Ғайса”ны, “Беҙҙең урам”ды, “Ҡышҡы сейә”не, “Һуңғы һөйөү”ҙе, “Керәм әле урмандарға”, “Тәгәрәп китте йөрәгем”... Әлфиә аптырап торманы, үҙ репертуарында булмаған йырҙарҙы ла халыҡтың һорауҙары буйынса кинәнеп башҡарҙы. Берәр куплетын йырлаһа ла, тамашасыларҙың күңеле хушһынды, ысын йырсының тап шулай булырға тейешлегенә инанды.
Тағы шуныһы: Әлфиә Юлсурина урыҫ, татар, украин йырҙарын да башҡарҙы һәм һәр халыҡҡа, милләткә ихтирам йөҙөнән уларҙы тамашасыға шул телдә еткерҙе. Ысын моңға һыуһап, танһығы ҡанмаған тамашасы ла, “Ниңә урыҫса йырлай икән?” тимәне, сөнки Әлфиә һәр йырҙың тарихын, ни өсөн күңеленә яҡын икәнлеген дә әйтеп үтте. Йөрәген асып һалды ул тамашасыларына. Йырҙың ниндәй телдә башҡарылыуындамы ни хикмәт, уны нисек кешеләргә еткереүҙә бит. Юғиһә донъя кимәлендәге опера йырсыларын, мәҫәлән, итальян телен белмәһәк тә, моңға әҫәрләнеп, тауышына арбалып, иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ ҙа баһа. Әлфиәнең концертында ла халыҡ араһында киң таралған, танылған йырҙарҙың яңғырауы моң һөйөүселәрҙең күңеленә ауаздаш булды, һәм күптәр үҙҙәре ҡушылып китте.
Беҙҙә берәй тамаша әҙерләнһә, күп осраҡта тышҡы биҙәлешкә ныҡ иғтибар бирелә. Сәхнә биҙәлешеме, артистарҙың костюмы тиһеңме — барыһынан да күҙҙәр ҡамаша. Ҡайһы бер йырсылар зауыҡһыҙ итеп кейенеүе менән тамашасыны аптыратып та ҡуя. Бер ваҡыт хатта ауырлы Һыуһылыу костюмы кейеп сыҡҡан йырсы ла булды.
Әлфиә Юлсурина ике бүлектә ике костюмда сығыш яһаны. Кейемдәре бик зауыҡлы, тыныс тонда, бер ниндәй декольтеһыҙ, шул уҡ ваҡытта үҙ йәшенә ҡарап модалы һәм баҫалҡы. Тамашасының иғтибарын ситкә тартырлыҡ бер ниндәй ҙә ялтырауыҡ юҡ: кейемдә лә, музыкаль биҙәлештә лә (ҡолаҡ тондорғос тауыш яңғыраманы был концертта, хатта Олег Ҡасимов етәкселегендәге джаз-оркестр менән сығыш яһаһа ла), сәхнә күренешендә лә. Бөтә иғтибар йырсыла һәм уның моңонда булды.
— Өмөтһөҙҙәргә — өмөт, яңғыҙҙарға — ышаныс, хәсрәтлеләргә — терәк, ҡайғы кисереүселәргә көс өҫтәгем килде бөгөн, — тине Әлфиә һәм маҡсатына өлгәште лә. Үҙенең күңелендә ут ҡайнаһа ла, тормош уны ҡаты яҙмыш һынауҙарына дусар итһә лә, тамашасыларына ҡанат ҡуйҙы, моңо менән бүлеште, дәрт өҫтәне.
“Ошондай ҙа концерт була икән!” — тип иҫе китеп сыҡҡайны үткән йылғы концерттарының береһенән күренекле шағирә Гөлфиә Юнысова. Ә инде быйыл йәй тыуған ауылымда сығыш яһағанын тыңлаған ветеран уҡытыусы, күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтең бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы былай тине: “Әйтегеҙ әле Әлфиәгә, улай шул тиклем йөрәген һурып, йолҡоп йырламаһын!” Йөрәгенә оялаған моңдо, һағышты, әрнеүҙе, хис-тойғоларыңды шунһыҙ нисек тамашасыға еткереү мөмкин һуң?! Халыҡ хәҙер талапсан. Уның һайлау мөмкинлеге лә бар. Радио, телевидение, Интернет селтәренән бөтә мәғлүмәтте алғанда, хатта йырҙарҙы ла тыңлағанда, спектаклдәрҙе лә ҡарағанда театр-концерттарға йәлеп итеү еңел түгел. Бының өсөн тамашаның башҡаларҙан айырылып тороуы мөһим. Халыҡҡа әйтер һүҙең, еткерер моңоң булһа, ул киләсәк. Әлфиә Юлсурина — тап ана шундай йырсы. Йыл да тамашасылары алдында отчет тоторға ғәҙәтләнгән ул. Әле лә: “Киләһе йыл да, тап ошо залда, ошо көндә осрашҡанға тиклем!” — тип вәғәҙә бирҙе.
Йәнә Салауат Фәтхетдиновты иҫкә төшөрәм. Тамашасыларға тәҡдим ителгән дисктар араһында өр-яңыһы “23 миҙгел” тип атала ине. Һәр концерттан — бер диск. Һәр тамашаһына — яңы йырҙар. Бына шулай эшләй профессионалдар. Әлфиә Юлсурина ла һәр сығышына өр-яңы программа әҙерләй.
Ике йырсы араһындағы тағы бер уртаҡлыҡты билдәләп китергә кәрәк. Салауат Фәтхетдинов үҙ театрына тыуған яғының йәш таланттарын ылыҡтырған: баянсылары, йырсылары, композиторҙары — Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙары. Әлфиә Юлсурина ла Бөрйән районынан талантлы йәш Айгиз Ғиззәтуллинды үҙе менән сәхнәгә алып сыҡты. Был да ике йырсының яҡташтарына ярҙам итеүе, һәләттәрҙе күтәреүе һәм йомарт күңеллелеге хаҡында һөйләй.
...Күптән шундай концерттар ҡараған юҡ ине. Бер ниндәй яңылыҡ та, табыш та, балҡыш та булмаған тамашалар ялҡытты. Бер үк сценарий, бер үк йырҙар... Ошондай һоро ғәҙәтилектән арындырҙы Салауат Фәтхетдинов менән Әлфиә Юлсуринаның концерттары. Таланттар талапсан була. Үҙҙәрен дә, тамашасыларын да ихтирам иткәнгә ҙур яуаплылыҡ тойоп сәхнәгә сыға улар һәм халыҡтың һөйөүен яулай.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.