31 майҙа Өфөгә рәсми делегация менән Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев килде. Аэропортта уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы.
Баш ҡалала делегация Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашасаҡ. Сараға ярашлы сыуаш һынлы сәнғәт оҫталары әҫәрҙәре күргәҙмәһен
асыу, республика сыуаштарының милли-мәҙәни берекмәләре әүҙемселәре менән осрашыу күҙаллана. Бынан тыш, ике етәксе осрашҡанда төбәктәр араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы договорға ҡул ҡуйыласаҡ. Рөстәм Хәмитов менән Михаил Игнатьев “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында байрамды асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бик күп саралар үткәреү ҡаралған. М. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында сыуаш рәссамдарының, скульпторҙарының күргәҙмәһе асылды. Унда Рәсәйҙең халыҡ рөссамдары Р.Федоров, В. Агеев, Н. Карачарсков кеүек һынлы сәнғәт оҫталарының 70-тән ашыу эше ҡуйылған. Шулай уҡ урта һәм йәш быуын рәссамдарының ижады менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән Сыуаш Республикаһы башлығы Михаил Игнатьев ҡатнашты.
М. ӘМИНЕВА.