Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ08.02.2019
Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә әйтһәк, ҡартлыҡ һис тә шатлыҡ булмай сыға инде.

Был һүҙҙәрҙән һуң бер аҙ бәхәсләшеп тә алғы килә. Йәшәй-йәшәй шуға нығыраҡ инанаһың: кеше ғүмеренең һәр миҙгелендә үҙ шатлыҡтары бар. Әгәр Рәми Ғариповҡа, Рәшит Назаровҡа, Мөхәмәт Илбаевҡа күберәк йәшәргә насип иткән булһа, улар уҡыусыларыбыҙҙы ниндәй әҫәрҙәр менән ҡыуандыра алған булыр ине! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижади яҙмыштар төрлөсә була шул. Һуғыш балалары бәләкәй саҡтарында күпме ҡырылды, уларҙың араһында сағыу таланттар ҙа аҙ китмәгәндер бит.

Минең 80 йәшемде фәнни конференция менән билдәләүҙә һәм шул уҡ көндөң кисендә филармониялағы ижад кисәһен ойоштороуҙа бик күп ойошмалар ҡатнашты, был тантанаға илдең төрлө тарафтарынан арҙаҡлы ҡунаҡтар килде. Исемләп атап тормайым, был юбилей осрашыуҙары ил күләмендәге ваҡиғаға әйләнде. Барыһына ла ихлас рәхмәтемде еткерәм. Исемләп һанай башлаһам, рәхмәт һүҙҙәрем күп урынды алыр һәм ҡайһы берҙәрен атарға онотоп та китермен һымаҡ. Барығыҙға ла рәхмәт! Киләсәктә лә шулай шатлыҡтар уртаҡлашырға яҙһын ине.

Әҙәбиәт – дәүләт ойоштороусы ҙур көс. Башҡорт әҙәбиәтенән, сәнғәтенән тыш, беҙҙең атаҡлы республикабыҙ ғәҙәти губернаға әйләнер ине. Республикабыҙ етәкселәре лә, һәр ябай уҡыусы ла ошо хәҡиҡәтте бик аңлап, белеп йәшәй, шундай юғары маҡсаттарҙан сығып дәүләт эштәрен ойоштора. Киләсәктә лә шулай була күрһен, был матур традиция һаҡланһын һәм үҫһен ине. Был тойғо беҙгә бик ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, тормошобоҙҙо биҙәй. Ошо матурлыҡты һаҡлай, ҡәҙерләй һәм үҫтерә беләйек. Шул саҡта ғына беҙ бәхетле милләт булырбыҙ, киләсәккә ышаныслы үтербеҙ. Байрамдарымды ойошторған ватандаштарымдың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Киләсәгебеҙ беҙгә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәһен.


Вернуться назад