Сайҡалды февраль күге...08.02.2019

Мин белә-белгәндән ул – шағирә. Донъяны сәнғәт аша таныу, ғөмүмән, был тормошҡа сәнғәтсә ҡарап йәшәүе еңелме икән? Әйтеүе ауыр, әммә берәү ҙә был ғүмер юлы еңел йәки ауыр буласаҡ, тип әйтмәгән беҙгә. Һәр кем үҙ күрәсәген үҙе күрә, үҙенең ғүмер юлынан үҙе атлай, алдына килгән һынауҙарҙы үҙе күтәрә. Ә тормошто яратмаҫлыҡ түгел: Айгөл Йәмилева быны шиғырҙарында ла раҫлай. Асылмаҫлыҡ бер сер ҡалмаған ошо донъя яуған ҡары менән дә, яҙҙың тәүге тамсыһы менән дә, көҙҙөң һалҡын тыны менән дә, йәйҙең томралары менән әсир итә уны. Ул шиғыр менән тын ала.

Был донъяла барыһы ла үтә, бары тик оло һөйөү генә ҡала. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ана шул мөхәббәт аҫтында үҙебеҙҙе асып, ҡанаттарыбыҙҙы нығытып, осорға, талпынырға, ҡаяларға бәрелеп ҡолаған саҡтарҙа ла яңынан аяҡҡа баҫып китергә тырышабыҙ. Мин белмәйем бәхет рецебын, мин белмәйем мөхәббәт серен, әммә бары тик миһырбан, мәрхәмәт, тәрән кисереү генә беҙҙе кеше итеп алып ҡалғанын таныйым ошо йәшемдә.

Йылдар үткәс, башҡаса уйлауым да ихтимал. Айгөлдөң яҙғандарында ла ана шул тәрән сөңгөлдәрҙәге һыҙланыуҙы, шулар аша асҡан яҡты хистәрҙе күрәм. Ҡай саҡ хатта үҙенең яҙмышының аяуһыҙ режиссеры ла үҙе булып киткән кеүек. Шиғырҙары, кисерештәре аша һис ҡурҡмай оло һынауҙарға атлай төҫлө. Әммә ошо шиғриәт үк уны тағы яраларын ямай, көслө итә, аяҡҡа баҫтыра!

Лариса АБДУЛЛИНА


Егерме биште ҡаршылағанда

Сайҡалды ла күк...
Урынында ҡалды.
Түңкәрелмәне, баҫманы иңдәрҙе.
Белә, ахыры,
Ҡанаттарым нығып,
Киңлектәрен йәнә иңләрҙе.

Бүләк итеп, ана,
Теге ҡыштағылай
Таңдан һибә
Ергә ҡарҙарын.
Улары ла ирер,
Йөрәк баҡсаһында
Морон төртһә
Йәшел яҙҙары.

Баҫып торам әле,
Оҙон юлдан
Талған аяҡтарҙы ышаныслы терәп.
Ғүмер поезының ашҡынғаны...
Йәшәп ҡал, ти,
Өлгөр йәһәтерәк!

Әсеһе лә, сөсөһө лә берҙәй
Тын юлына бата
Һөрөм булып.
Йөрәк ҡырҡ ямауға
Ҡалғандыр ул,
Алып ҡарағанда
Күкрәгемдән һурып.

Ябалаҡлап талпына
Февраль ҡары.
Әллә һинән сәләм еткерә?..
Араларҙа буран бурап һалған
Мәңгелеккә ҡалған көрт кенә...

Һығылып төшөрҙәй сағым була.
Тик арҡа төҙ.
Бар һағышым төпкә йәшенә.
Сирек быуат йәшәлгән
Ғүмер юлын
Ваҡыт ҡына, уҫал шаяртҡандай,
Сал бәҫ итеп ҡаплай сәсемә.

Сайҡалды ла февраль күге...
Урынында ҡалды.
Алда – юлдар.
Икһеҙ-сикһеҙ юлдар.
Их кенә!..
Юғалтыуҙар аша
Миңә Өмөт баға.
Аҡ ҡар булып ята иңемә.

Йәш журналист һүҙе

Тормош үҙе аңҡый төҫлө
Яңы сыҡҡан гәзит битенән.
Ул ваҡыттан етеҙерәк елә,
Ул йәнәшә бара ил менән.

Унда милләт көсө,
Халыҡ рухы.
Туған телдең гәзит – һаҡсыһы.
Донъялағы мөһим шул хеҙмәттең
Ниндәй шатлыҡ,
Мин бер тамсыһы!..

Тамсы әүерелер ҙә даръяға
Тулҡындары
Ғәҙел һүҙ һөйләр.
Хәҡиҡәттең һаҡсыһы булғанға
Кескәй саҡтан яҡын был һөнәр.

Атайһыҙҙар

Аталы бала – арҡалы бала.

Уларҙың бит
донъялары теүәл,
ҡараштары ғәмһеҙ.
Ҡайғыһыҙҙар.
Беҙҙең күҙҙәр моңһоу.
Беҙ баҫалҡы.
Яҙмыш беҙҙе ҡаҡҡан.
Атайһыҙҙар.

Уларҙы бит майҙа йөҙҙөрәләр,
Күңелдәре көр.
Кисермәгән
Дауыл, ел-ямғырҙар.
Беҙҙең йөрәк мең туҡтап
кире типкән.
Әсе һағышлы беҙ – атайһыҙҙар.

Йылдар үтә.
Әрнеү генә тере.
Уны күрәм
көн дә
Әсәй
Күҙендә.
Әсе шауҡымына
Түҙә алмай
һығылып төшәм
Ҡай саҡ үҙем дә.

“Атайыңды күмгәс,
Баҡсабыҙҙа
Эй һайраны өҙөлөп һандуғас”,
Тине күҙ йәштәре менән
әсәй,
вафатына
16 йыл уҙғас.

“Әллә үҙеме, әруахымы, тиеп
йыуандым да.
ҡыйын ине бит шундай.
Түҙгеһеҙ”.
Өндәшмәнем.
Башым баҫтым.
Йәшем йоттом.
Ҡалдым әрнеү менән
Күҙгә-күҙ.

... Был бит үтмәҫ яман шеш,
Ауырыу төҫлө.
Йылдар ағыр.
Ә ул мәңге һыҙлар.
Беҙ үҙ йәшебеҙҙән
күпкә оло,
күпкә көслө.
Яҙмыш баҫҡан мөһөр –
Атайһыҙҙар.


Вернуться назад