
Бөгөн Ғәлиә Әхмәтовнаның көтөп алған, яратҡан байрамы – Белем көнө. Мәктәптә эшләгән йылдарын, уҡыусыларын иҫләп, уйланып ҡына ултыра ине, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Кем килде икән, моғайын, берәй уҡыусыһылыр. Ҡырҡ йыл буйы мәктәптә эшләп, йөҙәрләгән уҡыусыһы булған хаҡлы ялдағы уҡытыусыны был көндә, ғәҙәттә, ҡотлаусылар күп була торған.
Ишекте асып ебәргәйне, ысынлап та, бынан егерме йыл тирәһе элек мәктәпте тамамлап сыҡҡан Мотаһар баҫып тора, эргәһендә — бер сибәр ҡатын. Ғәлиә Әхмәтовна Мотаһарҙы шунда уҡ таныны, ә эргәһендәге йәш ҡатынды сырамыта алманы.
— Минең кәләшем Хәбирә, беҙҙән ике класс түбән уҡығайны, — тине Мотаһар.
— Ә-ә-ә, Хәбирәме ни! Иҫемә төштө, шиғырҙар яҙа торғайның. Бер һин яҙған пьеса буйынса спектакль ҡуйған инегеҙ. “Өс мөйөшлө хаттар” инеме әле? Мотаһар — яугир егет, һин уны көтөп алған ҡыҙ ролен башҡарғайнығыҙ. Һеҙҙең дуҫлыҡ шунан башланып китте буғай.
— Иҫегеҙҙәме икән, һеҙ миңә: “Хәбирә бигерәк итәғәтле, аҡыллы күренә, үҙе сибәр. Күҙ һал әле ошо ҡыҙға”, — тигәйнегеҙ.
— Ә-ә-ә, эйе, эйе, иҫемдә. Мотаһар бәхетле булһын, тигәйнем шул.
— Илнур исемле улыбыҙ үҫеп килә.
Ғәлиә Әхмәтовна уҡыусыларын күреүгә, уларҙың матур ғаилә ҡороп, ул үҫтереп йәшәүҙәренә шат ине. Йәше етмештә булһа ла, еңел кәүҙәле, алсаҡ холоҡло уҡытыусы сәй табыны әҙерләй һалды, ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Артабан ихлас һөйләшеү табын эргәһендә дауам итте. Әсәйҙәре кеүек күреп ихтирам иткән уҡытыусы менән ҡунаҡтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
— Мин нефть институтын тамамланым, төҙөлөш начальнигы булып эшләйем, — тине Мотаһар.
— Ә мин һеҙҙең юлды һайланым, башҡорт теле уҡытыусыһымын, — тине Хәбирә ғорурлыҡ менән. – Һеҙ гел туған телебеҙҙең байлығы, матурлығы хаҡында һөйләй торғайнығыҙ. Мин дә ғүмеремде туған телебеҙҙе һаҡлауға бағышланым. Иҫегеҙҙәме икән, минең бер шиғырым һеҙгә бик ныҡ оҡшағайны?
— Иҫемдә, әлбиттә,
иҫемдә!
“Ҡулға икмәк тотоп ант
итәбеҙ,
Беҙ торорбоҙ милләт
һағында”, —
тип яҙғайның. Бындай һүҙҙәрҙе онотоу мөмкинме ни?!
Бына мине шатландырҙығыҙ, рәхмәт яуғырҙары. – Ошо тиклем ҡыуаныслы һүҙҙәрҙе ишетеп, ысынлап та, Ғәлиә Әхмәтовнаның күңеле шатлыҡ менән тулды. — Алдағы тормоштарығыҙ ҙа шулай матур булһын.
Утыҙ биш йыл буйы янып-көйөп эшләп йөрөүҙәре, төндәр буйы дәфтәр тикшереп арыуҙары, дәрес пландары яҙыуҙары иҫенә төшһә, ошо тиклем йылдар буйы нисек эшләй алдым икән, тип Ғәлиә Әхмәтовна үҙенә үҙе аптырап ҡуя. Әммә уҡытыусының да бәхетле көндәре була шул ул.
Уҡыусыларының үҙ юлдарын табып, бәхетле йәшәүен, иманлы, әҙәпле булыуын күрһә, шул саҡта уҡытыусының да ҡыуанысы арта. Ә инде уҡыусыларын башҡалар маҡтағанды ишетһә, уларҙың юғары дәрәжәләргә күтәрелеүен күрһә, түбәһе күккә тейә яҙа. Әле лә ветеран үҙен бик тә бәхетле хис итте, Мотаһарҙан класташтары хаҡында һорашты. Шулай һәүетемсә генә һөйләшеп ултырғанда, Мотаһар һораша ҡуйҙы:
— Иҫегеҙҙәме икән, туғыҙынсы класта уҡығанда һеҙ миңә бер кәңәш биргәйнегеҙ?
– Әллә инде, – тине уҡытыусы. – Уҡытыусының кәңәш бирмәгән сағы булмайҙыр ул. Барыһын да иҫтә тотоп буламы ни?
— Ә мин һеҙҙең ул кәңәшегеҙҙе бер ҡасан да иҫемдән сығарманым.
— А-ба, егерме йыл буйы иҫтә тоторлоҡ ниндәй кәңәш булды икән һуң ул?
Мотаһар, хәтирәләргә бирелеп, эстән генә йылмайып ҡуйҙы ла, һүҙҙе икенсегә бора һалды.
– Бына Хәбирә бер шиғыр яҙғайны, һеҙгә шуны уҡып ишеттерергә теләй.
— Ғәлиә Әхмәтовна, һеҙ үҙ-үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ, тип өйрәтә инегеҙ. Бер класс сәғәтендә үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеү, ауыр саҡта аптырап ҡаушап ҡалмау, ихтыяр көсө хаҡында һөйләштек. Ҡайттым да ошо шиғырҙы яҙҙым:
Класс сәғәтендә уҡытыусым
Беҙгә йәшәү серен аңлата:
“Бәхет матурҙарҙы түгел,
Бәхет әҙәплене ярата”.
“Иң ҙур еңеү – үҙ-үҙеңде еңеү” —
Шул фекерҙе аңға һеңдерә.
Рухы көслөләргә хас сифатты
Уйландырыу аша белдерә.
— Һин бит, Хәбирә, торғаны менән шағирә, — тине уҡытыусы, уның яҙғанын хуплап. — Уҡыған сағыңда уҡ яҙыша инең. Ижадыңды ташлама! Онотма, үҙе һәләтле уҡытыусы ғына булдыҡлы уҡыусылар тәрбиәләй ала.
— Эйе, класташтарыбыҙ һынатмай. Алты йыл буйы уҡытып, беҙгә тормошта дөрөҫ йәшәү юлын өйрәттегеҙ, рәхмәт.
Был саҡлы маҡтау һүҙҙәрен ишетеп: “Ғүмерем бушҡа үтмәгән икән, илен, ерен, телен һөйгән бер армия булырлыҡ балалар уҡытып сығарғанмын”, — тип уйланы хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Ҡыуанысын нисек аңлатырға белмәй торғанда, Хәбирә уның иңенә матур шәл һалды:
— Беҙҙе иҫләп, ябынып йөрөгөҙ!
Хушлашып, ишеккә йүнәлгәс, Мотаһар сығып китә алмай тапанып торҙо. Тамағына төйөр тығылғандай булып, ыҡ-мыҡ итте, ниһайәт, телгә килде.
— Теге саҡтағы изге кәңәшегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәм. Ул минең тормошомдо үҙгәртте.
— Ниндәй изге кәңәш, иҫләмәйемсе.
— Минең бер ҡырын эште оноттоғоҙмо ни? Ҡорбан байрамы ине... Дәрестән һуң ҡалып һөйләшеү...
Ошоларҙы әйткәндән һуң Мотаһар башҡаса асылманы. Бары шым ғына өҫтәп ҡуйҙы:
— Шул саҡтан алып мин ул ҡылығымды ташланым, ә теге янсыҡты һаҡлайым.
Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, Ғәлиә Әхмәтовна уйға ҡалды. Ә-ә-ә, эйе, эйе, иҫләне. Мотаһар үкһеҙ етем бала ине. Класта ваҡ-төйәк әйбер, аҡса, дәфтәр юғала башланы. Уҡыусылар: “Беҙ беләбеҙ, был Мотаһарҙың эше, ул урлаша. Әйҙәгеҙ, уның тәртибен класс сәғәтендә тикшерәйек”, – тип әйткеләй башланы, әммә етем баланың күңелен аяған уҡытыусы ашыҡманы. Былай ҙа күңеле китек үҫмерҙе нисек класташтары хөкөмөнә ҡуйырға? Күңелһеҙ хәл уны яҡшы яҡҡа үҙгәртмәҫ, бары рухын һындырыр. Әҙәбе асылған кеше оятын юғалта, аҙаҡ хаяһыҙға әйләнә. Шулай төрлөһөн уйлап йөрөгәндә, Ҡорбан байрамы килеп етте. Мәсеттән бер төркөм мөслимәләр (дини инәйҙәр), интернатҡа килеп, балаларға бүләк, күстәнәс тапшырып китте. Уҡытыусының башына: “Ниңә әле беҙгә лә аҡса йыйып, үкһеҙ балаларға ярҙам итмәҫкә?” – тигән уй килде. Уйын коллегаларына әйткәс, ҡаршы килеүсе булманы.
Дәрестәр бөткәс, Ғәлиә Әхмәтовна Мотаһарға ҡалырға ҡушты. Бына уҡытыусы менән уҡыусы икеһе генә класс бүлмәһендә. Шелтә һүҙҙәре, әр ишетергә йыйынып, башын аҫҡа эйгән Мотаһарҙың күҙҙәре уйсанланған.
– Ҡорбан – бик ҙур дини байрам. Уны беҙ, уҡытыусылар ҙа, байрам итәбеҙ. Ошо күркәм ваҡиға айҡанлы үкһеҙ етем балаларға бүләктәр ҙә әҙерләнек, – тип башланы һүҙен уҡытыусы. – Һиңә лә бүләгебеҙ бар. Ошо янсыҡта – аҡса, уны кәрәк-ярағыңа тотон, уҡыу әсбаптары ал. Ә янсығын һаҡла, ул һиңә бәрәкәт килтерер.
Шулай тине лә уҡытыусы аҡса һалынған янсыҡты ни эшләргә белмәй, уңайһыҙланып торған үҫмерҙең ҡулына тотторҙо. Үҙе һаман сығып китергә ашыҡманы, Мотаһарҙың хәлен һорашты, һүҙ араһында: “Һин математика, физика фәндәренән көслөһөң, нефть институтына әҙерлән”, – тип кәңәш бирҙе. Аҙаҡтан: “Теге насар ҡылығыңды ташла, йәме, Мотаһар. Шул холҡоң арҡаһында яман кешеләргә юлығырһың, ә һин бит уҡып кеше булырға тейешһең! Мин һине бик бәхетле итеп күрәм. Был һөйләшеү икебеҙҙең арала ғына ҡалыр”, – тип тә өҫтәне. Инде был хәлгә егерме йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән, оноторлоҡ та шул.
Тулҡынландырғыс кисерештәрҙән күңеле үҫеп, шатлығы алҡынып торған уҡытыусы ҡулына ҡәләм алып, көндәлегенә ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы: “Донъяла иң ҙур мөғжизә: кешенең насар холҡон ташлап, яҡшы яҡҡа үҙгәреүе. Ә быға тик изге ниәт, мәрхәмәтлелек, яҡшылыҡ аша ғына өлгәшеп була”.