Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды. Бейеү байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов килде.
Легендар яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың яҡты иҫтәлегенә арналған фестивалдең абруйы юғары. Унда Рәсәйҙең танылған балет артистары ғына түгел, сит илдәрҙең дә сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша. Германия, Австрия, Украина илдәренең балет театры солистарының быйылғы фестивалдә сығыш яһауы сараның юғары кимәлдә үтеүен раҫлай.
Традиция буйынса, фестиваль ҙур премьера менән башланып китте. Быйыл уны СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Юрий Григорович сәхнәләштергән Адольф Адендың “Корсар” балеты асты. Сәнғәттең был төрөн үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестең ошо көндә тамашасылар араһында булыуы шатлыҡлы ине.
— Балет исемле бөйөк сәнғәтте үҙ итеүселәр йыйылған бында, — тине сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Ә инде был байрамда беҙҙең менән Юрий Григоровичтың да булыуы икеләтә шатлыҡлы. Ул Башҡортостан мәҙәниәтен иҫ киткес сәхнә әҫәрҙәре менән байытты. Алдағы көндәрҙә лә ижади хеҙмәттәшлек дауам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының артабанғы үҫешенә иғтибар көсәйәсәк. “Театрыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшыларының береһе булһын өсөн бар тырышлыҡты һаласаҡбыҙ”, — тине республика Президенты.
Фестиваль 7 июндә донъя кимәлендә танылыу яулаған балет артистары ҡатнашлығындағы күркәм гала-концерт менән тамамланасаҡ.
А. АБҘАҠОВ.