Халыҡ "Алдаҡсы"ны беләсәк08.02.2019
Танылған яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов өр-яңы әҫәр тамамлаған. Уның сираттағы повесы "Алдаҡсы" тип атала. Был турала автор үҙе социаль селтәрҙә хәбәр итә.

— Әҫәрҙең идеяһын ике йыл "бешереп" йөрөттөм, – ти яҙыусы. – Әҫәр бик мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле сюжетҡа ҡоролған. Нигеҙендә ысынбарлыҡ ята. Төп идеяһы – бер ҡасан да кешене ғәйепләргә, уға ашығыс хөкөм сығарырға ярамай.


Әйткәндәй, авторҙың "Ҡалдырма, әсәй", "Әкиәтһеҙ бала саҡ", "Урам балалары", "Ҡыҙыҡ был тормош..." тигән китаптары халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Әҫәрҙәре байтаҡ телдәргә тәржемә ителде, уның нигеҙендә театрҙарҙа спектаклдәр ҡуйыла.

— Быйыл шуны айырым китап итеп сығарырға ниәтләйем, – тип белдерҙе автор.


Йәш яҙыусының был әҫәре лә танылыу яулауына шик юҡ.



Вернуться назад