Ҡайҙа Бүләковтар, Абдуллиндар, Нәжмиҙәр?08.02.2019

Театр драматург менән фекерҙәш булырға тейеш!..

Театр йылы уңайынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҙғарылған “түңәрәк өҫтәл”дә республикабыҙҙың барлыҡ театры вәкилдәре, ведомство учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Сараны Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асып, был өлкәлә эшләгән алдынғы ҡарашлыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы һәм эшлекле һөйләшеү проблемаларҙы уртаға һалып фекер алышыуҙан башланып китте. Тема ла бик етди – “Башҡортостан Республикаһында театр эшмәкәрлеген закон яғынан көйләү проблемалары”.

“Түңәрәк өҫтәл”де Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин алып барҙы.

Балет артисының эш хаҡы күпме?

Ситтән ҡарағанда ғына театр ул сағыу, йәнле, матур кейемдәр һәм яҡты тормошто, яҡшылыҡты еңеүсе иткән донъя һымаҡ. Ә тамаша халыҡҡа барып еткәнсе сәхнә әҫәрҙәре ниндәй генә һынауҙар, кәртәләр аша үтмәй. Ана шуларҙың һәр береһе ха­ҡында театр әһелдәре ентекләп һөйләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахмановты балет артистарының яҙмышы борсой. Оҙаҡ йылдар Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе булып эшләгән кеше булараҡ, ул, был сәнғәт төрөндә эшлә­гәндәрҙең пенсия күләмен әйтеп, күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырғандыр, моғайын – 8200 һум! Сәнғәт өсөн тотош һаулығын, яҙмышын һалған артист ошо аҡсаға артабан нисек йәшәргә тейеш, тигән һорау ҡуйҙы ул. “Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә Актерҙар йорттары юҡҡа сыҡты. Беҙ һаҡлап алып ҡалдыҡ, әммә артабан да хәлдәр ошолай барһа, бинанан ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ ихтимал, сөнки һа­лым­дар күп. Сәнғәт учреждениеларына субсидиялар бүленгәндә, мотлаҡ рәүештә көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Йәнә лә Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә беҙҙең ошондай һөй­ләшеүҙәр йышыраҡ һәм һәр килеп тыуған проблеманы хәл итеүгә арналһа ине!” – тип тамамланы ул сығышын.

Рус дәүләт драма театры директоры Михаил Рабинович театрҙар өсөн белгестәр әҙерләү мәсьәләһен күтәрҙе. Тауыш режиссеры, тауыш операторы, бутафор, гример, хатта режиссер­ҙарға ҡытлыҡ кисерә икән Башҡортостан театрҙары. Эйе, хатта режиссерға, сөнки өлкән һәм урта быуынды алмашты­рырлыҡ йәштәр юҡ, улар өсөн махсус төркөмдәр асыу, белгес­тәр саҡырып уҡытыу проблемаһы ҡаралмаған булып сыҡты. “Гранттар системаһы — бик уңайлы ысул, әммә уны ла бөгөн кисекмәҫтән ярҙам итеүҙе талап иткән учреждениеларға бүлеүҙе хәстәрләргә кәрәк ине”.

Хәйер, был һөйләшеүҙең шаһиты булғандан һуң, үҙенән-үҙе беҙҙең һәр сәнғәт усағына бөгөндән ярҙам кәрәк, тигән фекер уянды. Уның әйткәндәрен хуп­лап, Раил Мирвай улы Әсәҙуллин Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан белгестәр саҡырып, театрҙарҙы кәрәкле сәнғәт әһелдәре менән тәьмин итергә мөмкин булыуын билдәләне.

Беҙҙә режиссерҙар әҙерләмәйҙәр

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, мәҫәлән, федераль вуз һанала. Шулай ҙа театр факультетында йылдан-йыл бюджет урындары аҙая. Мәҫәлән, элегерәк йылына 20-25 актер һәм режиссер уҡытып сығарылһа, хәҙер курста алты урын ғына бүленгән. Уныһы ла актерҙар өсөн, ә режиссерҙарға – юҡ. Һөҙөмтәлә педагогтарға ла дәрестәр етешмәй. Быныһы бер мәсьәлә булһа, бер көн килеп театрҙарҙа уйнарға актер ҡалмауы ихтимал. Ә бит һуңғы йылдарҙа халыҡ театрға яңынан йөрөй башлағайны. Мәҫәлән, “Зөләйха күҙҙәрен аса” әҫәре (авторы — Г. Яхина, режиссеры — А. Абушахманов) буйынса ҡуйылған спектаклгә быйылғы тамашаларға билеттар күптән алып бөтөлгән, теләгән хәлдә лә барып ҡарауы икеле.

Халыҡтың йәнле аралашыуға, театрҙағы “таҙарыныу мәле”нә һыуһауы ине бит был сәнғәт донъяһына ынтылыш. Әхтәм Әхәт улы үҙ сығышында шулай уҡ балаларҙы, мәктәп уҡыусыларын йышыраҡ театрға йәлеп итергә кәрәклеге хаҡында юҡҡа ғына әйтмәне. Театрға һөйөү, унда ынтылыш бала саҡта тәрбиәләнә. Сәхнә әҫәрҙәре балаларҙы бары тик яҡшылыҡҡа өйрәтер! Шундай әхлаҡи темаға яҙылған әҫәрҙәргә лә ҡытлыҡ бар ул.

Түләп уҡырға теләгәндәрҙе лә хәҙер әллә ни ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар икән: йылына 180 мең һум. Кадрҙар етешмәү мәсьә­ләһен Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева ла ҡабатланы: “Беҙҙең вуз – ул бик үҙенсәлекле уҡыу йорто, унда өс телдә уҡытыла. Театр актерҙарын әҙерләгән кафедраны һаҡлап алып ҡалырға кәрәк, сөнки, ысынлап та, бер көн килеп ҡайҙан актерҙар табырға, тигән һорау тыуыуы көн кеүек асыҡ”.

Был проблеманың да үҙенсә­леге бар. Раил Әсәҙуллин аңла­тыуынса, федераль закон­дағы “маҡсатлы уҡытыу” системаһына ярашлы, вузға ошо юл менән уҡырға ингәндәр уларҙы һораған театрҙа өс йыл эшләргә бурыслы. “Әгәр һәр театр, үҙенә актерҙар һайлап алып, ҡала һәм район хакимиәттәре менән килешһә, был проблеманы хәл итеп булыр ине. Театр факультеты ла заказ ҡабул итер, кафедра ла һаҡланыр ине!” – тине ул.

М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов үҙ сығышында бик күп мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әйтәйек, балалар театрын үҫтереү, балалар өсөн әҫәрҙәрҙән торған “Ҡолонсаҡ” фестивален яңынан ҡайтарыу, артистарҙың Рәсәй кимәлендәге исемдәргә лайыҡ булыуы, театр өлкәһендә менеджерҙар етешмәүе... Хәйер, уларҙың һәр береһе ана шул театр тигән ҙур донъя­ны тәрән аңлаған кеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеге аңлашылып тора.

Олег Закир улы Ханов үҙ сығышында шулай уҡ иң мөһим проблемаларҙың береһен атаны – ул хәҙерге заман драматур­гияһы. “Беҙгә драматургтар араһында конкурстар иғлан итергә, уларҙы яҡшы итеп бүләкләргә кәрәк. Йәнә лә элекке традицияларҙы тергеҙеп, драматург менән режиссерҙың бергә эшләргә тейешлеген дә оноторға ярамай! Әҙәбиәтһеҙ театр юҡ. Сәнғәттең һәр төрөнөң нигеҙендә әҙәбиәт ята!” – тине ул. Ниндәй мөһим һәм кәрәкле фекерҙәр.

Ә бит ысынлап та шулай. Драматургтар юҡ түгел, бар ул, әммә элеккесә бер төптән егелеп эшләү ҡеүәһе юҡ. Әгәр бөгөн ошо мәсьә­ләне киҫкен тип ҡарап, уны хәл итеү юлдарын эҙләмәһәк, милли драматургияны үҫтереү, яңынан Ф. Бүләковтар, И. Абдуллиндар, Н. Нәжмиҙәр тыуыр тип көтөп булырмы һуң? Драматургия бит ул — ижад ҡына түгел, тотош бер ижади ҡоролош, юғары ижади акт.

Әҙәбиәт –ул сәнғәт нигеҙе

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, мин театр етәксеһенең әҙәбиәткә булған мөнәсәбәтен, сәнғәттең нигеҙендә олуғ һүҙ, әҙәбиәт ятыуын тәрән баһалап сығыш яһауын хуплап ҡабул иттем. “Театр – ул ысын мәғәнәһендә сәнғәт ҡорамы” тип юҡҡа әйтмәгән, күрәһең, Белинский. Ана шул уҡ сәнғәт теле, әҙип һүҙе аша тыуған донъяға бағып, кешеләр яҡшылыҡ менән яманлыҡтың сиктәрен тойоп, таҙарынып ҡайта был йорттан!

Күрше Татарстан республика­һында драматургтар конкурсы йыш ойошторола һәм бүләктәре лә бәләкәй түгел. Уларҙың тәжри­бәһен, алымын беҙгә йышыраҡ ҡулланырға кәрәк. Конкурстар әллә нигә бер түгел, йыл һайын ойошторолһа ла, насар булмаҫ ине әле. Мәҫәлән, күршеләрҙең Ғ. Камал исемендәге театры базаһында “Яңы татар пьесаһы” конкурсында йыл һайын 120-гә яҡын кеше ҡатнаша. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дең иң киҫкен мәсьәләләренең береһе булған драматургия темаһына, моғайын, иғтибар бүленер. Яңы һулыш кәрәк театрҙарға. Беҙ республика­быҙҙың милли асылын да онотоп ебәрергә тейеш түгелбеҙ. Был бит – Башҡортостан! Бында гел сит ил авторҙарын, боронғо пьесаларҙы ғына ҡуйып улты­рырға кәрәкмәй, ә бөгөнгө баш­ҡорттоң хәле лә сағылырға тейеш әҫәрҙәрҙә. Уны ла бит сәнғәтсә әйтеп була, бар бит яҙышҡан авторҙар!

Рәсәй кимәлендәге юғары наградаларға тәҡдим итеү йола­һы ла күптән онотолған икән. Был, моғайын, хәл итмәҫлек мәсь­ә­лә түгелдер. Беҙҙең бит бынамын тигән актерҙарыбыҙ, режис­серҙарыбыҙ бар! Уларҙы Рәсәйҙә лә, төрки донъяһында ла таныйҙар.

Тағы ла бер мәсьәлә хаҡында әйтелде сарала – ул да булһа сәнғәт учреждениелары ғына тү­гел, республиканың етәксе урындарында эшләгәндәрҙең күбеһе театрға йөрөмәй. Даими рәүештә депутаттар булһынмы, министр­ҙармы, улар әленән-әле респуб­ликаның йөҙө булған театрҙарҙың хәлен, репертуарын ҡарарға бурыслы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары Эльвира Айытҡолова был һорау менән килеште һәм киләсәктә етәксе­ләрҙе йәлеп итеү кәрәкле­ген белдерҙе һәм үҙе ошо арала театрға сәйәхәт ҡыласағын әйтте.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов балалар өсөн эшләгән сәнғәт донъяһының бөгөндән ябылыуы ихтималлығын белдерҙе. Ҡыйыҡ­тан һыу үтеп тороуы, ремонт талап ителеүе тураһында һөйләне ул һәм кисекмәҫтән ярҙам итеүҙәрен һораны. “Әгәр бөгөндән беҙгә прокуратура килһә, ябып ҡуйырҙар ине. Әммә был киҫкен аҙым театрҙың үҙен ябыуға килтереүе ихтимал. Ана Өфө дәүләт циркы менән хәл нисек килеп сыҡты! Шуға күрә балалар өсөн әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарған, ҡурсаҡтар менән сәнғәт тыуҙыр­ған был мөхитте һаҡлап ҡалыу – беҙҙең уртаҡ бурысы­быҙ!” – тип кисекмәҫтән ремонт эштәре талап ителеүен белдерҙе, шул уҡ ваҡытта быны театрҙы ябыу юлы менән эшләргә кәрәк­мәгәнлеген дә билдәләне. Сарала мәҙәниәт министры урынбаҫары Фаил Абдраҡов йышыраҡ осрашып, фекер алышырға тәҡдим итте.

Ҡайһы тармағын ғына ҡараһаң да, театр сәнғәте донъяһында проблемалар етәрлек. Иғлан ител­гән Театр йылына ғына һылтанырға ярамай, ә кадрҙар, репертуар, биналарҙың хәле даими рәүештә хәл ителергә тейешле мәсьәләләр бит! Әлегә һорауҙар күп, яуап көтәйек...


Вернуться назад