Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән СССР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәйҙең Ҙур театры хореографы Юрий Григорович хореография сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Күренекле балетмейстер Рудольф Нуриев исемендәге ХVIII халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленә килгән.
Рөстәм Хәмитов уны, Башҡортостандың халыҡ артисы булараҡ, республиканың баш ҡалаһында күреүенә шат булыуын билдәләне. Юрий Григорович Өфөлә бишенсе спектакль ҡуя.
— Һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең менән эшмәкәрлекте дауам итеп, “Спартак” спектаклен ҡуйырға хыялланабыҙ. Ойоштороу, матди мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ. Был йәһәттән беҙгә ышана алаһығыҙ, — тине Президент.
М. МӨХӘМӘТОВА.