Һүҙлектең кәрәге тейер07.02.2019
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында иртәгә билдәләнәсәк Рәсәй фәне көнөнә арналған матбуғат конференцияһы булды.

Башҡортостандағы иң боронғо академик учреждениеларҙың береһе – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, профессор Айбулат Псәнчин һәм институттың ғилми етәксеһе, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Фирҙәүес Хисаметдинова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ғалимдар ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән күләмле лингвистик проект буйынса эштең тамамланыуы тураһында һөйләне.

Әйткәндәй, 2022 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.




Вернуться назад