Бөгөн “Башинформ” агентлығында Милли музейға яҙыусы Степан Злобин архивының бер өлөшөн бүләк иттеләр. “Салауат Юлаев” тарихи романының авторы булараҡ, уның яҙмалары, гәзит мәҡәләләре Башҡортостан халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Бүләк итеүсе – Мәскәүҙең 73-сө китапханаһы. Әйткәндәй, был китапханаға Степан Злобиндың килене Лариса Цигвинцева етәкселек итә. Мәғлүмәттәрҙе яҙыусының улы Наль туплаған.
Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев әйтеүенсә, яҙыусы архивы музейҙың бай коллекцияһын тулыландырасаҡ.