Каринэ Хәбирова ла киләсәк07.02.2019
Каринэ Хәбирова ла киләсәк"Балалар – балаларға: беҙҙең йөрәктәр көйө" мәрхәмәтлек акцияһы 30 ғинуарҙа Благовещен ҡалаһында башланғайны. Февралдә проектта ҡатнашыусылар республика ҡалалары буйлап сәфәргә сыға.

12 февралдә сираттағы концерт Бөрө балалар йортонда һәм "Умникум" үҙәгендә үтәсәк. Был юлы тиҫтерҙәре алдында Махсус музыка колледжы уҡыусылары, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Ирина Ғәлиева, Яна Штин, Милена Зөбәйерова, Самира Заһиҙуллина, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Гүзәл Усманова сығыш яһаясаҡ.

Концертта шулай уҡ хәйриә фонды етәксеһе Владимир Спиваков, Мәскәү филармонияһы солисы Артур Нәзиуллин ҡатнаша. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Валентина Старикова, Наилә Йосопова, Миниүәли Сафина оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк. Концерт бушлай. Ул Рәсәй Федерацияһы президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла ҡатнаша.



Вернуться назад