Бәхил бул, Кәбир Мөхәмәтшәрип улы...06.02.2019
Башҡорт драматургы, прозаик, журналист Кәбир Аҡбашев 87 йәшендә арабыҙҙан китте.

Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашев – республика Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.

Ул 1932 йылдың 10 мартында БАССР-ҙың Красноусол районы Яңы Зәйет ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын “Коммунизм байрағы” Ғафури районы гәзите редакцияһында башлай. Стәрлетамаҡтың “Коммунизм байрағы” район баҫмаһында ла эшләй. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.
1977 йылдан БАССР дәүләт телерадиокомпанияһының Стәрлетамаҡ зонаһы буйынса баш мөхәррире була. 1992 йылдан – Стәрлетамаҡтағы “Экран” телерадиокомпанияһының яуаплы мөхәррире, 2000 йылдан – урындағы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары.

Бихисап драмалар, балалар өсөн йыйынтыҡтар, повестар, хикәйәләр, йырҙар авторы.

Кәбир Мөхәмәтшәрип улы Аҡбашевтың яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.


Вернуться назад