Ғәжәйеп Мостай донъяһы06.02.2019

Ул йәш ижадсыларға киң ишектәрен асты.

Үҙе бер айырым донъя бит ул Мостай ижады. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи хазина, сикһеҙ һөйөү, тәрән аҡыл менән һуғарылған был байлыҡтың әһәмиәте быйыл тағы ла артты: Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, яугир Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл. Яңы старт алған “Мос­тай аҡылы” ҡала фестивале – был түңәрәк дата уңайынан ойошторолған иң әһәмиәтле, киң сараларҙың береһе. Ул йыл әйләнәһенә барасаҡ. Яңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында фес­тивалде асыу тантанаһы булды.

Ҡунаҡтарҙы тантана башланыр алдынан кескәй рәссамдарҙың эштәренән торған күргәҙмә, төрлө милли кейем­дәге Мостай Кәрим шиғырҙарын һөйләгән балаларҙың сығыштары ҡаршы алды.

“Мостай Кәрим республикабыҙҙы бөтә донъяға танытты” тигән һүҙҙәр менән башланды ҡала фестивален асыу тантанаһы. Был һүҙҙәрҙе сараға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа йөпләне: ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова шәхесте рухи мираҫ, милли ғорурлыҡ тип атаны.

Мостай Кәрим үҙенең беренсе шиғырҙар йыйынтығын 19 йәшендә ташҡа баҫтыра. Бөгөн уның әҙәби мираҫы 100-ҙән ашыу китапты тәшкил итә. Мостафа Сафа улы – бөйөк шағир ғына түгел, оло йөрәкле кеше лә. Йылдар үтеү менән беҙ уның менән бергә йәшәгән ваҡыт арауығының мөһим­легенә нығыраҡ төшөнәбеҙ. 2019 йыл – башҡорт шиғриәтен бар нескәлектә­рендә тойоу өсөн бик ҡулайлы мәл, – тине ул үҙ сығышында.
Шуныһы үҙенсәлекле: сәхнәләге тамаша әҙиптең әҫәре буйынса төшөрөл­гән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” фильмы (режиссеры – Булат Йосопов) менән үрелеп, йәнле бер композиция тәшкил итте. Был композицияға Мостай Кәримдең үҙен уйнаған Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Салауат Рафиҡов һөйләгән шиғырҙар ҙа, Арыҫлан Хәмитовтың ҡурай моңдары оҙатыуында Кендекте һынландырған Данил Байбулатов, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан өҙөк сәхнәләштергән 102-се башҡорт гимназияһы театр студия­һының йәш артистары, “Мираҫ” йыр һәм бейеү, “Ынйы” бейеү ансамблдә­ренең сығыш­тары ла, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Әлфиә Юлсуринаның Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Тимәк, мин әле йәшәйем” йыры ла һыйған.

– Мостай Кәримде барыһы ла ярата, – тине алып барыусылар, табиптарҙан торған “Тылсымлы рампа” халыҡ театры сығышын иғлан иткәндә. Театр ағзалары әҙиптең шиғырҙарын уҡыны, Ҡурсаҡ театры “Офоҡҡа табан” исемле спектаклдән өҙөк сәхнәләш­терҙе. Махсус битлектәр, ҡурсаҡтар менән ойошторолған тамаша айырыуса һоҡланыу тыуҙырҙы.

– Миңә бөгөн үтә лә шатлыҡлы, – тине Мостай Кәримдең ҡыҙы, әҙип исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, – Ҡала мәҙәниәт һарайына аяҡ баҫыу менән беҙҙе Кәрим ижады ҡаршы алды. Мостай Кәримде уҡыусыларҙың йылдан-йыл артыуын, уларҙың үҙҙәренә өр-яңы донъя асыуын тоям. Йәштәрҙә әҙәбиәткә һөйөү уяныуы ҡыуандыра. “Мостай аҡылы” фестивале яңынан-яңы һәләттәр асыр, тип ышанам.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин.

Россияның һыуын эскәнмен.
Сағылдарҙа имән нисек үҫә,
Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен, –
ти “Мостай Кәрим”, йәғни Салауат Рафиҡов. Өфө ҡалаһының төрлө белем биреү усаҡтарынан сәхнәгә кескәйҙәр сыға. Башҡортса, татарса, хатта украин телендә әҙиптең шиғыр­ҙарын яңғыратты улар, тамашасыны балаларға ғына хас ихласлыҡ, ҡыйыулыҡ менән арбаны.

Халыҡтар дуҫлығына дәлил булып, республикабыҙҙа татыу көн күргән төрлө милләттәрҙе һынландырған дәртле сығыштары менән “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле матур байрамға нөктә ҡуйҙы. Әммә был юл башы ғына әле, сөнки “Мостай аҡылы” ҡала фес­тивале сиктәрендә төрлө саралар ҡаралған. Улар араһында “Республикам хаҡында йырлайым” иншалар бәйгеһе, “Өфө мәктәпкәсә йәштәгеләр­ҙең шиғри ижадында” йәш шағирҙар конкурсы, “Пушкин, Туҡай һәм Кәрим” һүрәттәр бәйгеһе һәм башҡалар бар. Был ғәжәйеп Мостай донъяһы йәш ижадсыларға үҙ ишектәрен киң асты тигән һүҙ.


Вернуться назад