Барыһын да халҡымдан алдым...05.02.2019

Алабута

Ҡый үләне — алабута
Һис кенә лә оялмай.
Ҡыяр үҫеп торған ергә
Гел килә лә оялай.

Утайым, ерен йомшартам,
Һыу һибәм ҡыяр өсөн.
Алабута килеп сыға,
Кәпәйтеп, ана, эсен.

Әйтерһең дә, был ояға
Ҡыяр түгел, ул хужа.
Шуға, имеш, бөтә хөрмәт
Булырға тейеш уға.

Оятһыҙ кешеләр була.
Улар ҙа — алабута.
Һиңә тигән һый-хөрмәтте
Үҙенә алып бөтә.

Минең ҡояшым бүтән

Һинән нур алам. Нурыңдан
Яҡтыра бөтә донъям.
Төн дә, ҡыш та булмаҫ ине,
Әгәр һин Ҡояш булһаң.

Минең өсөн гел көн, гел яҙ —
Минең Ҡояшым бүтән.
Ул ҡалҡмай ҙа батмай, уны
Ҡапламай болот күктә.

Орбитаһы ла ҙур түгел,
Орбитаһы — бер ҡосаҡ.
Ҡосаҡлаһа, дөрләй башлай.
Йөрәгемдәге усаҡ.

Шул усаҡтан төн юғала,
Ҡарҙар ирей — ҡыш бөтә.
Минең өсөн гел көн, гел яҙ —
Минең Ҡояшым бүтән.

Һунарсы

Шөһрәт эҙләп, әллә инде,
Һин аҡылдан яҙғанһың.
Кешенекенән күсереп,
Тағы китап яҙғанһың.

Есеме бар. Исем бүтән,
Айырмаһы — тышында.
...Ҡуяндар ҙа алмаштыра
Тунын йәйен, ҡышын да.

Ҡуян-китаптар үрсетеп
Үтте инде ғүмерең.
Браконьер-һунарсыларҙың
Һин яратҡан кумиры.

Сәй

Өнөмдә түгел, төшөмдә
Рәхәтерәк йәшәйем.
Бөгөн төштә һөтләп миңә
Сәй яһаны әсәйем.
Ләззәтләнеп, тел сылатып,
Яйлап ҡына эсәмен.

Төшөм бөттө. Ожмахына
Ҡайтып китте әсәйем.
Әсәйемдең һөйөүенә
Һыуһаһам, сәй эсәмен.
Сәй эскәндә миңә ҡарап
Тора һымаҡ әсәйем.

Күҙ йәштәре

Шиғырымды уҡып илағанһың...
Илап яҙған шиғыр илата.
Шиғырымда беҙҙең йөрәктәрҙе
Тоташтыра торған юл ята.

Шул юл буйлап һинең менән икәү,
Бер-беребеҙ менән ярышып,
Йүгерәбеҙ ҡартайғансы һаман
Һин — миңә, ә мин һиңә ҡаршы.

Ҡаршы барыу, ҡаршылыҡтар ярыу
Яҡынайтмай беҙҙең араны.
Бар донъяға шуға шиғырымда
Күҙ йәштәре аша ҡараным.

Ҡасыу

Бер туҡтамай, ана, йылға
Аға ла аға.
Тулҡындарын ҡанат итеп
Ярына ҡаға.

Тауҙар, таштар, ҡомдар йырып,
Ынтыла алға.
Уйламай ҙа бит әле ул
Туҡтарға ялға.

— Ҡайҙа йүгерәһең, йылға,
Арымай-талмай?
Яуап юҡ. Яңғыҙ йөрәгем
Шулай ҙа аңлай.

Ҙур йылғаға ҡушылырға
Ашыға бит ул.
Яңғыҙлыҡтан ныҡ ябыға —
Һайыға бит ул.

Ярһып, тулап саба йылға,
Өҫтөндә күбек.
Яңғыҙлыҡтан ҡаса бит ул,
Хас минең кеүек.

Исемеңдең хәрефтәре —
Әйтерһең дә, ноталар.
Күңелдәге моң-хистәрҙе
Йоҡонан уяталар.

Үҙем дә йоҡоһоҙ хәҙер,
Көн-төн тимәй моңланам.
Исемдәрең — моң шишмәһе.
Шул шишмәнән моң алам.

Исемеңә моңдо ҡушып,
Бер һүҙҙән йыр яһайым.
Иҫкермәй, яңыра ғына
Ул йыр йырлаған һайын.


Вернуться назад