“Сыңрай-сыңрай осоп килә...”04.02.2019
“Сыңрай-сыңрай осоп килә...”Радий Хәбиров “Сыңрау торна” балеты тамашаһында булды. Республика етәксеһе менән бергә “Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге” халыҡ-ара форумында ҡатнашыусылар ҙа Башҡортостан сәнғәтенең күркәмлеген, артистарҙың оҫталығын баһаланы. Әйткәндәй, форум бөгөн “Торатау” конгресс-холында үтә. Ул Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының һәм республиканың 100 йыллығына арнала.

Форумдың төп маҡсаты – хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хеҙмәт өлкәһенең киләсәген күҙаллау, фекерҙәр һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Сарала БРИКС, БДБ һәм Европа илдәренән хөкүмәт, профсоюз ойошмалары, эш биреүселәр, ғилми берләшмә, федераль башҡарма власть органдары, ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша.




Вернуться назад