Йәшәлгән йылдарым арта, йәшәр йылдарым кәмей07.12.2011
Йәшәлгән йылдарым арта, йәшәр йылдарым кәмей* * *
Өйөм янында бер имән үҫә,
Серем сисәм ошо имәнгә.
Ағасымды килеп ҡосаҡлайым,
“Көс бирсе!” — тим,
Йөрәк көйгәндә.

Ҡосаҡларға ҡоласым да етмәй,
Ни хәлдәргә имән шаһиттыр.
Дүңгәләге һайын тарихтыр ҙа,
Йыйырсығы һайын һағыштыр.

Имәнемде килеп ҡосаҡлайым,
Күсһен миңә һинең ныҡлығың.
Һиңә һеңгән күпме ҡоштар моңо,
Йәшен һүнгән
Һинән ҡаҡлығып.

Эй, имәнем!
Һынай иманымды
Беҙҙең бергә күргән ҡойондар.
“Сабырлыҡтар бир!” — тип
Һиңә һыйынам.
Асҡар бүләм миңә һыйынған.

* * *
Тәпәшерәк өйҙөң түбәһенән
Ҡарағанда өҫтән тәү күрәм:
Билгә арҡан бәйләп, көрткә сумып,
Ҡыйыҡта ике ир ҡар көрәй.

Кәрниздәргә туңған боҙҙо вата,
Илтмәһен тип улар һәләкәт.
Был икәүгә бәлә килтермәһен
Бейеклектә яңылыш хәрәкәт.

Ҡыйыулыҡҡа эҙләп төрлө сәбәп,
Һөйләһәләр буш һүҙ бер юҡҡа,
Әйтер кеүек түбәләге икәү:
— Ҡар көрәп төш,
Мен дә ҡыйыҡҡа.

* * *
Минең өсөн әллә ниңә
Һүрелә туйҙың күрке,
Урыҫы ла, башҡорто ла
Ҡысҡырһа:
“Горько!”, “Горько!”

Бына тағы кейәүенә
Кәләше сат йәбешә.
Үбешәләр.
Һанай халыҡ:
Оҙаҡҡамы үбешеү?

Күңелем һис тә өнәмәй
Туйҙың ошо йолаһын:
Кәләштең дә, кейәүҙең дә
Донъялары әле баллы,
Алда “Горько!” булмаһын.

* * *
Ирҙәр йығылырға тора,
Саҡ ҡағылһа иргә ел.
Ҡайҙа һуң ир-арыҫландар?
Илгә тулды иргәйел.

Ни зәхмәт һуҡты донъяны?
Ни булды кешеләргә?
Ут күршеләр әйләнә бит
Ут төртөр күршеләргә.

* * *
Ҡалала кеше күп эште
Эшләмәһә лә йәшәй.
Шуға ауыл кешеләре
Ҡалаға эйәләшә.

Мал ҡарамай. Көтөү көтмәй.
Ер һөрмәй. Иген икмәй.
Һыуға бармай. Утын ярмай.
Мейес яҡмай. Көл түкмәй.

Тик үҙ донъяһын хәстәрләй,
Башҡаларҙа эше юҡ.
Сер сисерлек кешеһе юҡ,
Аралашҡан күрше юҡ.

...Уҙған быуат уртаһында
Ҡалаға килеп индем.
“Иҫке Өфө” төбәге бар,
Иҫке Өфө юҡ инде.

Уңһам да гел эштәремдән,
Ихлас күршеләремдән,
Ғәзиз далам, иҫке ҡалам
Сыҡмай шул төштәремдән.

Барған еремдән болоҡһоп,
Юҡһынып торғандарым.
Ҡаламдың урамдарында
Даламдың бурандарын...

* * *
Йәшәлгән йылдарым арта,
Йәшәр йылдарым кәмей.
Йылдар кәмей.
Дуҫтар кәмей.
Һүрелә донъя йәме.

Янда күпме ғәзиз йән юҡ,
Нығыраҡ ҡамай яңғыҙлыҡ.
Ҡамай бирһен!
Күр,
Йәштәргә
Йәшәүҙәр ниндәй ҡыҙыҡ!

* * *
Йот мине йотор саҡта ла
Һүнмәне өмөт-ҡуҙым.
Йыш ҡына ҡыҙмаса булдым,
Йыш ҡына булдым ҡыҙыу.

Был оҙон ғүмер юлымда
Ниҙәр күрмәне баштар.
Йә тып-тыныс булдым таштай,
Йә ут булдым тоташтан.

Тик юйманым сабырлыҡты,
Сабырһыҙҙарға ҡарап.
Тауҙар ярылһа — һәләкәт,
Таш шартлаһа — эш харап!

* * *
Беҙ үҙебеҙ — ҡыпсаҡтар,
Ашлы беҙҙең усаҡтар,
Ҡайнар беҙҙең ҡосаҡтар,
Үткер беҙҙең бысаҡтар,
Беҙ үҙебеҙ – ҡыпсаҡтар.

Ҡыпсаҡтар беҙ үҙебеҙ,
Ихлас ҡарар күҙебеҙ,
Яҡты булыр йөҙөбөҙ,
Тура ярыр һүҙебеҙ,
Ҡыпсаҡтар беҙ үҙебеҙ.

Булған шөһрәтле, ҡотло
Ҡыпсаҡтарҙың ил-йорто.
Ил-йорт ҡыйралған, таланған,
Беҙҙе Урал һаҡлап ҡалған,
Беҙ – Башҡортостанлы ҡыпсаҡ,
Бер батыры башҡорттоң.

Батырҙарҙы барлағанда
Берәүһе теүәл булмаҫ.
Ил-йорт усаҡһыҙ булмаҫ,
Башҡорт ҡыпсаҡһыҙ булмаҫ.

* * *
Биргәнгә бишәү ҙә күп, ти,
Алғанға алты ла аҙ.
Тик яҡшылыҡ эшләгәндең
Эштәре эҙһеҙ ҡалмаҫ.

Биргәнгә Хоҙай ҡот бирер,
Өймәләм итеп өҫтәр.
Алғандың ҡулы гел аҫта,
Биргәндең ҡулы өҫтә.

* * *
Илебеҙҙең әҙип-шағирҙары —
Беҙ милләттең етем балалары,
Ташлап киткән дәүләт-атабыҙ.
Халҡыбыҙҙың — ғәзиз әсәбеҙҙең
Киҫелә күрмәһен тип теле, йәне,
Ҡәләм менән ҡойо ҡаҙабыҙ ҙа
Баштар менән таштар ярабыҙ тип,
Ташҡа бәреп, башты ватабыҙ.

Әҙәм теле менән әйткәндәрҙе
Ишетмәйҙәр илдең хакимдары,
Теләмәйҙәр белер-күрергә.
Бүре булып олорғамы инде,
Эт булыпмы инде өрөргә?

Ашыҡмағыҙ әле ҡыуанырға,
Илебеҙгә уттар төрткәндәр!
Рәсәй халҡы бүре булып китер,
Эткә әйләнер тип көткәндәр.

Ҡайҙа ҡасыр илде талағандар,
Яза килһә йомро баштарға,
Өҫтәренә халыҡ бүре һымаҡ,
Ярһыған эт һымаҡ ташланһа?
Рауил БИКБАЕВ


Вернуться назад