Йәнтештә... һандуғас һайраны03.02.2019
Йәш таланттарҙы табыу, һәүәҫкәрҙәргә үҫештә булышлыҡ ҡылыу, балалар күңелендә йыр сәнғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда йыл һайын “Гәлсәр һандуғас” конкурсы үтә.

Быйыл ул 15-се тапҡыр ойошторолдо. Сарала райондың 12 ауыл биләмәһенән 20 йырсы үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән.

“Гәлсәр һандуғас-2019” конкурсының гран-приһына Өфө ауылынан Айнур Ярмуллин лайыҡ булды. Махсус бүләк – Аҡназар һылыуы Айгизә Аҡназаровала.


Вернуться назад