Сафуан Яҡшығоловтың шиғырын ятлап бүләк от!03.02.2019
Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте.

Унда Башҡорт автономияһына ҡағылышлы саралар ойоштороу, ырыуҙың эмблемаһын раҫлау һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Ошо арала, мәҫәлән, Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурс башлана. Сара ике турҙа үтәсәк. Еңеүселәр Дәүләкән ҡалаһында апрелдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт автономияһына бәйле ойошторолған ғилми-ғәмәли конференцияла билдәләнәсәк.


Вернуться назад