Интернетта “Ютуб” каналында йырсы Радик Юлъяҡшиндың декабрҙә Өфөлә уҙған концертының тулы яҙмаһы барлыҡҡа килде. Сараға бара алмаған йырсыны яратыусылар уны ҡарай ала.
Сығыш ике сәғәт дауам итә. “Өфө-Арена” тамашасылар менән шығырым тулы. Программала яңы йырҙар ҙа, элекке хиттар ҙа бар.
Рәхим итеп ҡарағыҙ!