Ауылдарға моң ҡайтыр31.01.2019
“Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты буйынса Башҡортостанда 15 райондан берешәр мәҙәниәт йорто федераль субсидия аласаҡ. Был хаҡта бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының киңәйтелгән ултырышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова белдерҙе.

Былтыр программа нигеҙендә республика 115 миллион һум алһа, быйыл финанслау шул уҡ кимәлдә һаҡлана. Сумманың 47 миллион һумы – ауыл мәҙәниәт йорттарына. Был иҫәпкә республика һәм урындағы бюджеттан да аҡса өҫтәләсәк.

Партия проектына ярашлы ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлау; театрҙарҙың матди-техник хәлен нығытыу; техник һәм технологик йыһаз алыу; бәләкәй ҡалаларҙа йәш быуын өсөн эшләгән театрҙарҙың репертуарын яңыртыу ҡарала. Шулай уҡ райондарҙың автотранспорт, тамаша залы өсөн креслолар алыу мөмкинлеге бар.


Вернуться назад