Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы йылында балалар өсөн “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” тигән яңы хәйриә проекты башланды. Проект картаһындағы тәүге ҡала – Благовещен. Бында ҙур музыкаль десант килеп төштө: тәүге концерттар ҡаланың сәнғәт мәктәбендә һәм Үҙәк район дауаханаһында булды.
Сараны ойоштороусы – Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды.
– Проекттың идеяһы шундай: йыл буйы йәш музыканттар республика балалар йорттарында һәм дауаханаларында, мәҙәниәт һарайҙарында һәм концерт залдарында сығыш яһаясаҡ, ә билдәле педагогтар оҫталыҡ дәрестәрен бирәсәк, – тине фонд директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. – Ул ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, инвалидтарға, етемдәргә, шулай уҡ музыка һәм һынлы сәнғәт менән шөғөлләнгән йәш быуынға ярҙам ҡулы һуҙыуға, республика ҡала-райондарында ижад өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән.
Благовещендағы концерттарҙа туғыҙ һәләтле бала һәм дүрт уҡытыусы – республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары ҡатнашты.
Балалар – Урта махсус музыка колледжы, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары. Виолончелдә уйнаусылар Нелли Петровская һәм Яна Штин, пианист Анна Вәлиева, скрипкасылар Карина Ғилманова һәм Валерия Самыкина, флейтасы Александр Зайцев, вокалсылар Лилиә Гәрәева менән Иштуған Сәйетҡолов, думбырасы Самира Заһиҙуллина. Уларҙың өсәүһе – Спиваков фонды стипендиаттары.
Балалар Й. Гайдн, Ф.Э. Бах, Н. Паганини, А. Гурилев, П.Чайковский, Э. Шнайдер, Д. Шостакович, А. Бабаджанян, Р. Хәсәнов әҫәрҙәрен уйнай.
Һөнәри оҫталыҡ дәрестәрендә әллә нисә быуын йондоҙҙар үҫтергән билдәле Өфө педагогтары балалар менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Улар – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Гөлнара Нәзиуллина (альт) менән Лидия Фоменко (флейта), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан һәм Урта махсус музыка колледжынан Валентина Старикова (фортепиано), Өфө сәнғәт училищеһынан Наилә Йосопова (вокал сәнғәте).
Февралдә концерттар һәм оҫталыҡ дәрестәре Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында уҙа. Бер йылда проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала һәм районында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск, Татарстандың Әлмәт ҡалаларында сығыш яһарға йыйына. Проект Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамлана.
Барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу ҙа, уларҙы ҡарау ҙа бушлай. “Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо” проекты Рәсәй Президенты Грантына тормошҡа ашырыла.