Саҡмағош районының Мәҙәниәт йортонда Хәйҙәр һәм Айҙар Басировтарҙың “Йөрәктәр моңға тулы” тигән китабының исем туйы үтте.
Документаль повесть Имәнлеҡул ауылының күренекле улы, танылған композитор Тәлғәт Шәриповтың ижади юлына арналған. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Шакирова билдәләүенсә, “Йөрәктәр моңға тулы” китабы – райондың мәҙәни мираҫы һәм байлығы. Йөкмәткеле сара композиторҙың музыкаһына яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы.