“Йәме булһын башҡорт китаптары Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң”30.01.2019

Ҡанаттарым теткеләнгән,
Әммә-ләкин йолҡош түгел,
Уралтауым бар сағында,
Ояһыҙ бер ҡош түгел.
Әхмәҙин Әфтәх.
* * *
Тартсы әле, егет, ҡурайыңды,
Ауыр донъя еңел тойолһон.
Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт
Ҡурай моңо менән ҡойолһон.
“Ҡурай” йырынан.
* * *
Йәме булһын башҡорт китаптары
Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң.
Рауил Бикбаев.
* * *
Тыуған ерҙән дә ғәзиз ер табып булмаҫ.
Назар Нәжми.
* * *
Башҡортостан, илем, әсәм, иркәм!
Иманыңды тотһон тик хаҡлыҡ.
Йәнең һинең берҙәм Тәңре менән,
Нигеҙ ташың – рух һәм азатлыҡ.
Азат Абдуллин.
* * *
Ҡырҙа үҫкән төҙ ҡурай
Кемгә моңдаш булмаған?
“Әсәнән тыуған
ир-егет” ҡобайырынан.
* * *
Киң Уралдың бейек түбәләре,
Сусаҡланған текә ҡаяһы,
Тауҙар аша балҡып, көлөп торған
Киң туғайлы һылыу далаһы.
Төхфәт Йәнәби.
* * *
Башым әйләнгәнсе
Ҡымыҙ эсәм,
Эсәм йәшмә үләндәрҙең һутын,
Сәскәләр балын,
Әрем үтен,
Эсәм ысыҡтарҙа ирегән
Таңғы йондоҙҙарҙы,
Утын йотам йылҡы көтөүсенең
Усаҡ ҡуҙҙарының…
Рәмзилә Хисаметдинова.
* * *
Башҡорт халҡының иң бөйөк классик көйҙәрен ҡурай тыуҙырған һәм камил­лаш­тырған, ҡурай йәне аша уҙған улар.
Мостай Кәрим.


Вернуться назад