Йөрәк30.01.2019
Палатала һауа бөркөү. Тәҙрәнән төш­кән ҡояш нурҙары Миҙхәттең битен һыйпай.

Ап-аҡ стеналарҙан һалҡын бөркөлә. Ирҙең ҡул-аяҡтары бинтҡа уралған. Ҡуҙ­ға­лайым тигәс, ҡыбырлай алманы, ыңғырашып ҡуйҙы. Шуны ғына көткәнме ни, яҡты сырайлы, ап-аҡ кейемле, фәреш­тәләй шәфҡәт туташы янына килеп баҫты:
– Хәйерле сәғәттә! Уяндың­мы, Миҙхәт ағай? Ас, ас күҙҙәреңде, ҡурҡма! – “Фәрештә” ирҙең беләгенән системаны ысҡындырҙы.

– Миннн... оҙҙҙаҡҡҡ... яттыммы бббында-ааа?

– Тыныслан. Әлегә реанимациялаһың. Тиҙҙән палатаға сығарырҙар. Бөгөн һине килтереүҙәренә унынсы көн.

– Ы-ы-ыһ... Унынсы көн?! Ы-ы-ыһ... Сәсеү... сәсеү яна... А-а-ах!

– Бер нәмә лә янмай! Бор­солмағыҙ. Хужалығығыҙҙа сә­сеү эштәре гөрләп бара. Хәле­геҙҙе белергә килгән дуҫтарығыҙ һөйләне.

...Барырға шул тиклем те­ләмәгән ине Миҙхәт “Балҡыш” колхозына. Ай-вайына ҡарамай күндерҙеләр. Уға тиклем эш­лә­гән Һайранов һаулығы ҡаҡ­шап ғариза яҙғас, Миҙхәттең кандидатураһын тәҡдим иткән­дәр, дөйөм йыйылышта күпселек тауыш менән һайлап ҡуйҙылар.

Хужалыҡ насарҙан түгел. Мал һаны ла, ит, һөт етештереү буйынса ла күрһәткестәре ярай­һы. Эшләрҙәй механиза­тор­ҙары бар менән юҡ араһын­да. Техника паркын яңырт­ҡандар. Хеҙмәт хаҡын насар алмайҙар. Йәштәр ситкә йөрөп эшләй. Эскәне эсә. Бына тигән ике йәш механизатор, ауыҙҙа­рына эләкһә, туҡтай белмәй. Ундай бәндәгә хужалыҡ техни­каһын ышандырып тапшыр ҙа эш теүәлләнгәнен көт инде...

Сәсеүҙе башҡарып сығыу борсоуға һалды Миҙхәтте. Сәсеүлектәр киң. Орлоҡ етә. Техникаға ултыртырға кеше етешмәй тип, иген сәсмәй ҡалыу тауыҡҡа ла көлкө тойолор. Кемгә барып төртөлөргә? Яңы йылда хаҡлы ялға оҙатҡан алдынғы механизатор Тәлғәт ҡартҡа барып кәңәш иткәндә? Ғүмере буйы “тимер ат”ты йүгәнләгән ҡарт һүҙемде, бәлки, йыҡмаҫ?

Миҙхәт тимер тауышы килгән келәткә күҙ һалды. Тәлғәт ҡат кәтмән үткерләй икән.
– Килдеңме, энем? Килгәс, уҙ. – Ҡарт эшен ситкә ҡуйҙы, ҡунағын өйгә саҡырҙы.

Хужабикә иртән үк мейестән икмәген, эремсек шәңкәһен алған, сепаратын айыртҡан, ҡайнар сәйен өлгөрткән. Ҡаймаҡлап, баллап сәй эскәндән һуң, йомошон әйтте Миҙхәт. Яуап ул көткәнсә яңғыраманы:
– Нимә, ҡустым, минән көлөүең шулмы?

– Ни өсөн көләйем, Тәлғәт ағай? Киреһенсә, һеҙгә ышанып килдем. Пенсияға оҙаттылар ҙа оноттолар, тип үпкәләп ятмағыҙ. Һеҙ бит әле тау аҡтарырлыҡ кеше!

Ҡарттың сырайы боҙолдо. Ҡаштары йыйырылды.

– Ҡустым, мин был көндө ғүмерем буйы көттөм. Утыҙ ете йыл буйы йәйен-ҡышын һалҡын тимер эсендә, гөрөлдәгән тауышты тыңлап эшләп ҡара әле, аҙаҡ әйтерһең. Юҡ, булмай, бармайым!

– Һуң, Тәлғәт ағай, мал-тыуар ҡарайһығыҙ, фуражы, һа­ламы кәрәк. Бәлки, уйларһығыҙ, ә?

– Мин әйттем: юҡ! Ана, йәштәр эшләһен! Беҙҙең дәүер үткән.

– Йәштәр эскене алға алған шул, ағай. Булдыра алғандары ситкә йөрөп эшләй...

– Минеке лә ситкә йөрөп эшләй. Ошо көндәрҙә ҡайтырға тейеш.

– Ул сыға алмаҫмы икән?

– Күптән бәлиғ булған бала өсөн яуап бирә алмайым.

Кәйефһеҙ сыҡты Миҙхәт Тәлғәт ҡарт йортонан. Башын эйеп, машинаһына ултырғанда, күҙ алдары ҡараңғыланып ҡуйҙы. Шулай ҙа баҫыуға әйләнеп ҡайтырға уйланы. Ауылды сыҡҡанда тыны бөтөп, эҫелектән күкрәге яна башланы. Машинаһының быялаларын төшөрөү ҙә хәлен еңеләйтмәне. Һыу эсте. Башҡаһын хәтерләмәй...

...Бөгөн уны палатаға сығарҙылар. Ике урынлыҡ бүлмәлә яңғыҙы. Өс көндән ҡалаға оҙатасаҡтар. Дауалаусы табип шулай ҡарар иткән. Һынған ҡулы гипста. Тәненең һыҙырылған урындары төҙәлеп килә. Иртән Санияһы килеп китте. Борсолоуҙан ул да ябығып, һурылып киткән.

Төштән һуң ямғыр яуып үтте. Тағы баҫыу эштәренә ҡамасауланы, тип көйөндө Миҙхәт. Телефонын да бирмәйҙәр, исмаһам, һөйләшер ине. Борсолорға, оҙаҡ һөйләшергә ярамай, тип тыйҙы табиптар. Шулай йоҡомһорап, уйланып ятҡанда ишекте ҡаҡтылар. Тәлғәт ҡарттың улы килгән. Пакет-пакет күстәнәстәр өләшеп, хәл белеште, етәксенең тиҙерәк һауығыуын теләне.

– Иҫән-һау ҡайттыңмы?

– Шөкөр. Йәй буйы ауылда бу­ласаҡмын, Алла бойорһа. Бер эйәләшеп китһәм, бәлки, ҡалырмын да әле...

– Шаярма-а-а, егет, шаярма...

– Шаярмайым! Иртә культуралар сә­сеүҙе теүәлләнек. Бына бөгөн йылы ямғыр яуып үтте. Беҙҙең тырышлыҡты хупланы ул!

– Һин?.. – Миҙхәт егеткә текләп ҡараны. Етәксенең күҙҙәре йәшләнде.

– Эйе. Беҙ сәсеүҙә. Эшләйбеҙ. Эшләйәсәкбеҙ!

Был минуттарҙа донъяла Миҙхәттән дә бәхетлерәк кеше булдымы икән? Йөрәк тә урынына ултырғандай итте, былай булғас, йәшәйбеҙ әле!


Вернуться назад