Истанбулда — Башҡортостан көндәре31.05.2012
24 – 28 майҙа Истанбулда Башҡортостан Республикаһы көндәре үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселек иткән рәсми делегациябыҙҙың сәфәре Истанбулдың Фәтих районы башлығы Мостафа Демир менән осрашыуҙан башланды.

Сарала туғандаш райондар араһында ғына түгел (Өфөнөң Киров районы менән Фәтих районы бер нисә йыл элек дуҫлыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны), шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы менән боронғо Константинополь араһында тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырыу хаҡында һүҙ барҙы.
Төркиәләге коллегалар тарихи урындар, мәҙәниәт менән танышыу, шулай уҡ биатлон буйынса донъя чемпионатында һәм “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыу өсөн республикаға саҡырылды.
Истанбул университетында тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға булды. Бында 40 йылдан ашыу төрки халыҡтары тарихын уҡытҡан билдәле шәрҡиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға бюст ҡуйылған. Бынан тыш, университет биләмәһендәге бәләкәй генә парк та уның исемен йөрөтә.
ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов әйтеүенсә, бөйөк башҡорт ғалимының бюсын асыу һәм паркка уның исемен биреү ТӨРКСОЙ тарафынан Вәлиди йылы тип иғлан ителгән 2010 йылда иҫтәлекле ваҡиға булды.
Рәсми делегация ағзалары ҡала паркындағы төрки телле халыҡтарҙың музей комплексында урынлашҡан Башҡорт халҡының тарихы һәм этнографияһы йортондағы күргәҙмәне ҡараны. Боронғо ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар башҡорттарҙың тарихы һәм мәҙәниәте, шулай уҡ Башҡортостандың бөгөнгө социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Өҫтәүенә, һуңғы йылдарҙа республикалар араһында мәҙәни генә түгел, иҡтисади бәйләнештәр ҙә нығый. Башҡортостан менән Төркиә араһындағы тауар әйләнеше әле ярты миллиард доллар самаһы тәшкил итә.
“Решат нури” театрында билдәле төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглу пьесаһы буйынса “Күскен” спектакленең премьераһы булды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары бәләкәй генә ауылда йәшәгән йәш ғаилә хаҡында тамаша күрһәтте.
Истанбулдағы Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет эргәһендә урынлашҡан Мәхмәт Акиф Эрсой паркында үткән милли һабантуй Башҡортостан көндәренең иң сағыу ваҡиғаһына әүерелде. Байрамға 10 мең самаһы ҡунаҡ килде. Ҡала үҙәгендә ҡурай моңо, башҡорт йырҙары яңғыраны. Концертта “Мираҫ” фольклор ансамбле, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад