Бындай байлыҡ ҡайҙа бар?29.01.2019
“Һәр ҡала ла бындай байлыҡ, илһөйәрлектең юғары өлгөһө һәм тыуған төйәк өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо менән маҡтана алмайҙыр”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров, Сибайҙағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышҡас.

Ул мәҙәни-ғилми учреждениеның барлыҡ экспозицияларын тиерлек ҡарап сыҡты. “Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы 12 мең уникаль фондтың 1615-е Рәсәй Музей фондының Дәүләт каталогына индерелгән, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы аҙаҡ социаль селтәрҙәге аккаунтында. – Һәр мөйөш, һәр зал күңел һалып биҙәлгән. Бында дәрестәр үткәрелә, экскурсиялар ойошторола”.

Музей 1995 йылда төҙөлгән йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан, ә техник талаптар буйынса айырым бинала булырға тейеш.

“Беҙгә фондты һаҡлауға, ғилми китапхана өсөн урын кәрәк. IT-технологияларҙы файҙаланып, башҡорт халҡының матди булмаған мәҙәни мираҫына бағышланған экспозиция булдырыу зарурлығы бар. Бина капиталь ремонт талап итә”, – тип хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында һөйләне музей директоры Альбина Ярмуллина.

Радий Хәбиров ремонт эшләүгә республиканан финанс ярҙам буласағын белдерҙе.


Вернуться назад