Тыуған ер яландарыАуылым яландары бигерәк матур,
Сәскәләр төрлө төҫтә үҫкәндәр.
Өҫтәренән оса күбәләк-бөжәктәр,
Ялан турғайҙары ергә төшкәндәр.
Тыңлап туйып булмай ҡош моңдарын,
Еҫкәп туйып булмай сәскә еҫтәрен.
Ҡарт имәнем яндарына килеп,
Үҫкән саҡтарымды иҫләнем.
Күптәр китә тыуған ерҙән айырылып,
Сит ерҙәргә киткән юлдар күп.
Юлдарҙа аҙашҡан ерҙәр бар,
Сит ерҙә йөрәккә йыйыла һағыштар.
Күреп йәшәйһең сит ерҙәрҙе,
Йырҙарын-моңдарын оҡшатып.
Сит ерҙә төпләнеп йәшәһәң,
Күңелең һағына үҙ халҡың моңдарын.
Тыуған яҡ ерҙәре, тыуған яҡ хистәре
Тыуған тупраҡҡа алып ҡайталар.
Йөрәктең тартыуы — мөхәббәт ялҡыны,
Күңелеңде йомшартып йәштәрең ағалар.
Атайҙы һағына күңел(Тәскирә Мәхмүт ҡыҙы ижады)
Мәктәп яҡты, илдә байлыҡ,
Матур минең яҙмышым,
Ләкин минең йөрәгемдә
Бар бер бөтмәҫ һағышым.
1941 йыл йәйендә фашист
Илебеҙгә кергәс сиктән,
Минең атайым дошмандарға
Ҡаршы сығып киткән.
Белмәгәнмен мин шул бер ни
Әле ул сағымда.
Тик көлгәнмен генә һаман
Әсәйем ҡосағында...
Баҡса сейәләреБаҡсамдағы үҫкән сейәләргә
Һыуҙар һибәм бирешмәҫкә ҡоро йылды.
Сейәләрем гөрләп сәскә атҡас,
Һандуғастар һайрай, тауышы моңло.
Ҡайһы йылды сәскә ата һирәк кенә,
Ғорурланып йәшәй белә тыуған ерҙә.
Ямғыр яуып әсе елдәр иҫкәнгәме,
Сейәләре аҙ була, ул ял итә.
Көҙөн йыя ошо йылды йыл буйына
Әсе елгә һалҡын ҡышҡа түҙгән өсөн.
Түҙеп ҡыш сыҡҡандан, ял иткәндән
Яҙын гөрләп сәскә ата сейәләрем.
Хоҙай биргән тәбиғәттең сейәләре
Яҙын аҡ сәскәгә күмеләләр.
Уңышы күп булғас, сейәләрем
Күтәрә алмай башын, ергә тейәләр.
Һағышлы ҡайын
Урман киҫеп ауыл төҙөгәндә,
Киҫелмәйсә ҡалған йәш ҡайын.
Шул йәш ҡайынға ҡаршы ғына
Өй төҙөгән атай менән ҡартатайым.
Өй ҡаршында яңғыҙ ғына
Бейек булып үҫкән аҡ ҡайын.
Яңғыҙ булһа ла, ул ҡайын
Йәйелеп үҫкән йыл һайын.
Бергә үҫтек беҙ, балалар,
Шул ҡайын эргәһендә,
Ҡайын ҡосоп өҫкә үрмәләнек,
Онотмайым нишләһәм дә.
Өйҙә хужа йәшәгәнгә күрә,
Йәшәй алды аҡ ҡайын.
Аҡ ҡайын ҡартайҙы, бирешмәне,
Япраҡ яра алды йыл һайын.
Әсәй үҙе генә яңғыҙ ҡалғас,
Сер һалды ҡайынына.
Ҡосаҡлап ҡартайған ҡайынына
Аңлатты ҡайғыһын да.
Һиҙҙермәйсә йәштәр түгелде,
Ҡарт ҡайыным һипте бөрөһөн.
Ҡайын ботаҡтары һыҡрап,
Эйелделәр ергә, бөгөлөп.
Өй хужаһы мәрхүм булғанға,
Өйҙә йәшәү, матурлыҡ бөттө.
Түҙә алмайса ҡайғыһынан,
Аҡ ҡайыным һарғайып кипте.
Иҫкә алам аҡ ҡайынымды,
Йәшәгәнсе яҡты донъяла.
Һинең хаҡта яҙайым әле мин,
Йәшә, ҡайыным, шиғырымда булһа ла...