“Аманат” журналының аҙашы барлыҡҡа килде29.01.2019
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында ошо көндәрҙә “Аманат” әҙәби берекмәһе барлыҡҡа килде. Унда башҡорт телендә яҙышҡан, сығыштары менән Башҡортостандан булған авторҙар үҙ әҫәрҙәрен тикшерәсәк, йыйынтыҡ әҙерләү өҫтөндә эшләйәсәк.

Әҙәби берекмәгә исем һайлауҙа яҙышҡан барлыҡ авторҙар ҙа ҡатнашҡан. Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәли Хәсәнов конвертҡа һалынған өс исем араһынан берәүһен һайлап алған – ул “Аманат”.

Әйтер һүҙегеҙ киләсәк быуындарға аманат булып яңғыраһын, Татарстан башҡорттары!




Вернуться назад