Шағирлыҡ нисек башлана?29.01.2019
Бала күңелен аңлап, бағышлап, ҡыҙыҡлы шиғырҙар ижад иткән, әммә уҡыусыларына күренергә оялған шикелле, улар менән осрашыуҙарға барыуҙан баш тартҡан, сиктән тыш баҫалҡы холоҡло, тыйнаҡ шағир Рәшит Заһиҙуллинды һирәк китап уҡыусы белә. Ул Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын тамамлаған, тире заводында машинист булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Уның балаларға арнап тәүге шиғырҙары, китаптары уҙған быуаттың 80-се йылдар башында матбуғатта күренә, нәшриәттә баҫыла башлай. 1994 йылда донъя күргән “Балаларға хикәйәләр” китабындағы әкиәттәре образлы теле, бай йөкмәткеһе менән айырылып тора. Төҙөлөшө менән ҡыҫҡа, тәрән мәғәнә һыйҙырышлы, ритмланған, аңлайышлы яҙылған шиғырҙары балаларға тел байлығын үҫтерергә ярҙам итә.

Шағир – тиҫтәнән ашыу китап авторы. Уның ҡыҙыҡлы, юморлы тел менән яҙылған шиғырҙары, кескәй хикәйәләре республика матбуғаты аша әҙәбиәт һөйөүсе балаларға ла, ололарға ла яҡшы таныш.

Рәшит Ғәзизулла улы Заһиҙул­лин Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүле ауылында 1939 йылда тыуған. Армиянан ҡайтҡас, ауылда бер нисә йыл эшләгән. Ағайҙың шиғырҙары шул йылдарҙа Ғафури районының “Йондоҙ”, һуңыраҡ “Табын” гәзитендә һәм республиканың балалар өсөн гәзит-журналдарында даими баҫыла ине. Шағирҙың төрлө йылдарҙа нәшер ителгән китап­тарындағы шиғырҙар балаларҙы тәбиғәтте, йорт хайуандарын танып белергә, яратырға өйрәтә. 2005 йылда “Китап” нәшриәтендә ба­ҫылған “Тишекле керәндил” тигән китабының йөкмәткеһенән күре­неүен­сә, ул балалар теле менән яҙылған ғәжәп образлы, мауыҡ­тырғыс ҡыҫҡа шиғырҙарҙан туп­ланған.

Шағирлыҡ хайран ҡалыуҙан башлана, тиҙәр. Был яҡлап баһа­лағанда, Рәшит ағай донъяға балалар күҙе менән һоҡланып баға. Уның шиғыр­ҙарында тәбиғәт балаһының күңел торошо кәүҙәләнә. Һәр шиғырҙа балаларса фекер йөрөтөү, һүҙ сәнғәте кимәленә еткерелгән ҡыҫҡалыҡ хас.


Вернуться назад