Ҙур сәхнәгә бер аҙым16.11.2011
“Юлдаш йыры” республика фестиваль-конкурсы тәүге тапҡыр һәләтен күрһәтергә йөрьәт итеүселәргә оло сәхнәгә күтәрелеү мөмкинлеге бирә. Быйылғы сара “Юлдаш” радиоһының эфир киңлектәренә сығыуына 10 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Бәйге икенсе йыл ғына уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында ҙур хуплау табып өлгөрҙө лә инде.
Фестиваль-конкурстың маҡсаты – Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә йәшәүсе башҡорт һәм татар башҡарыусылары араһынан таланттарҙы эҙләү, тамашасыларға күңелле байрам ойоштороу, йыр сәнғәтен артабан үҫтереү. Быға хәтлем 50-нән ашыу һәүәҫкәр йырсы СМС аша тауыш йыйҙы. Олоһо ла, кесеһе лә уларҙың барыһын да “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ике көн барасаҡ (18 —19 ноябрь) конкурста күреп шатланасаҡ.
Конкурсанттарҙың иң йәшенә –16, иң олоһона – 60 йәш.
Әлеге йыр-моң байрамында “иң-иң”дәр билдәләнәсәк, был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите лә үҙенең махсус бүләген әҙерләне.
И. Мөхәмәтов.


Вернуться назад