Алматы етәкселеге ҡарарына ярашлы, ҡала урамдарының береһенә Мостай Кәрим исеме бирелде.
– Ҡаҙағстанда Мостай Кәримдең ижадын беләләр һәм яраталар. Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан Алматыла уның исемендәге урамдың барлыҡҡа килеүе ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Иманғәле Тасмағәмбәтов. – Бөйөк тарих, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереп беҙ киләсәк, йәш быуын өсөн мөһим эш башҡарабыҙ.
Мостай Кәрим Азия һәм Африка илдәре яҙыусылары конференцияһында, Ҡаҙаҡ ССР-ында башҡорт әҙәбиәте һәм БАССР-ҙа ҡаҙаҡ әҙәбиәте көндәрендә, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалған шағир, композитор, мәғрифәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Абай Ҡонанбаевтың тыуыуына 125 һәм 150 йыл тулыуға арналған ваҡиғаларҙа ҡатнашыу өсөн Алматыла бер нисә тапҡыр булған. Шағирыбыҙҙың ҡаҙаҡ ере, уның халҡы менән дуҫлығы әҫәрҙәрендә лә сағылыш тапҡан. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Айгөл иле!” әҫәрҙәрен Алматы һәм Ҡаҙағстандағы башҡа ҡалалар театрҙары ҡуйҙы. Уның 40-тан ашыу шиғыры, шулай уҡ “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повестары ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән.