Өфөнөң “Нефтсе “мәҙәниәт һарайында Белоретҡа нигеҙ һалыныуҙың 250 йыллығына арналған байрам концерты үтте. Сарала “Өфөлә Белорет көнө”нә ярашлы шул төбәктә тыуып үҫкән сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм ижады данлы металлургтар ҡалаһы менән бәйле артистар ҡатнашты.
Концерт башланыр алдынан абруйлы ҡунаҡтар республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә мәҙәниәт усағының беренсе ҡатында йәйелдерелгән “Белорет: кисә, бөгөн, иртәгә…” күргәҙмәһе экспонаттары менән танышты.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте исеменән ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
— Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгән Белорет көнө ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 250 йыллығына бағышланған юбилей тантаналарын башлап ебәрҙе, — тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов. — “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Өфө халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына беҙ ҡалабыҙ һәм төбәгебеҙ, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, уның әлеге көндә нимә менән йәшәүе һәм үҫеш перспективалары хаҡында һөйләргә тырыштыҡ.
Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, Белорет күркәмләнә бара һәм икенсе һулыш ала. Һуңғы ике йылда ҡала иҡтисади йәһәттән генә түгел, социаль үҫештә лә һиҙелерлек үҙгәрештәр кисергән. Был күп йәһәттән Белореттың 250 йыллығына әҙерлек тураһындағы Президент Указына һәм Хөкүмәт ҡарарына ярашлы ҡабул ителгән ҡарарҙарға бәйле. Ошо ярҙам һөҙөмтәһендә ҡала ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Иҡтисад, социаль өлкәләрҙә һәм ҡала хужалығында эре проекттар комплексы тормошҡа ашырыла.
Төп тантаналар 14 июлдә Белоретта үтәсәк. Хакимиәт башлығы теләгәндәрҙең барыһын да байрамға саҡырҙы.
— 250 йыл — етди дата. Белорет республика картаһында әһәмиәтле урын биләй. Хөкүмәттә һеҙҙең изге эштәрегеҙҙе хуплайҙар. Билдәләнгән бөтә пландарығыҙ тормошҡа ашһын. Бәхет һәм изгелек һеҙгә! Байрам менән! — тине ул.
Өфөләге яҡташтар йәмғиәте исеменән республиканың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов белореттарҙы юбилей менән ҡотланы.
— Өфөлә йәшәгән беҙҙең белореттар тыуған ҡалабыҙға арналған ҙур байрамдың баш ҡалала үтәсәгенә шатланды. Таныш йөҙҙәрҙе, дуҫтарҙы ошо залда күреүемә бик ҡыуанам, — тине ул.
Кисә аҙағында хор коллективтары башҡарыуында яңғыраған “Тыуған ер” йырын бөтә зал күтәреп алды. Ул, әлбиттә, үҙ еренә ғашиҡ хеҙмәтсәндәр, белгестәр йәшәгән Белорет еренә бағышланды.
М. МӨХӘМӘТОВА.