Федераль каналда – башҡорт ҡурайы22.01.2019
24 ғинуар, кесаҙна, “Россия-Культура” телеканалында Башҡортостанға бағышланған “Минең һөйөүем – Рәсәй!” проектының беренсе сығарылышы көтөлә. Тапшырыу ҡурай тураһында буласаҡ.

Белеүебеҙсә, телеканалдың был проектында күп милләтле Рәсәйҙең, уның төбәктәренең тормошо күрһәтелә. Алып барыусы – Мәскәүҙә йәшәгән француз нәшерсеһе, сәйәхәтсе Пьер Кристиан Броше. Әлеге тапшырыуҙы төшөрөү өсөн ул Өфөгә былтыр декабрь башында килгән.

Сығарылышта Башҡортостан ҡурайсылары берләшмәһе рәйесе Артур Ғайсаров, республиканың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Илмир Ҡоҙабаев һәм “Йатаған” этно-төркөмө ҡатнаша.

“Рәсәйгә ихлас күңелдән ғашиҡ Пьер Броше менән башҡорт мәҙәниәте тураһында тапшырыуҙар циклы әҙерләү мәсьәләһе буйынса ике йыл тирәһе элек һөйләшә башлағайныҡ, – ти республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Бына беренсе сығарылыш әҙер. Уны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!”


Вернуться назад