Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан менән осрашты. Сарала шулай уҡ CIOFF Рәсәй милли секцияһы президенты, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.
Яҡтар республикабыҙҙа 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышын тикшерҙе. Филипп Боссан CIOFF эшмәкәрлеге һәм Фольклориадаға әҙерлек тураһында һөйләне. Журналистар менән аралашҡанда ул 70-тән ашыу илдең ошо мөһим сарала ҡатнашырға теләк белдереүен билдәләне.