Арҙаҡлы шәхестәр22.01.2019

“Оло Эйек ҡыҙы”н уҡығас...

Йәйҙең йәмле көндәрендә Оло Эйек туғайында үҫкән гөл-сәскәләр араһында, гүзәллек солғанышында ултыра Зәйнәб апай... Маҙырап, кинәнеп ултыра. Был мәлдә уға ошо хозурлыҡтан, мең төрлө сәскә йәменән, мул һыулы Эйектең тын ағышынан, ирекле ҡоштарҙың кирелеп осоуынан, моңло йырҙарынан бүтән бер ни ҙә кәрәкмәй төҫлө.

Ул, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк, бәхетле йылмая. Тәпәй баҫҡан ерендә, тәмле һыуын эсеп үҫкән йылғаһында бөтә уй-хистәре...

“Оло Эйек ҡыҙы” китабының тышлығына тап ошо һүрәтте һайлау биҙәлеш мөхәррирҙәренең үҙ эшенең оҫтаһы булыуы тураһында һөйләй. Өр-яңы китап! Әле генә мейестән сыҡҡан әпәкәй төҫлө, таныш та, танһыҡ та ул.

Халыҡ яҙыусыһы хаҡында яҙылған төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр бик күп, әлбиттә. Әммә тап ошо авторҙың тап ошо китабын күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды, тиһәм, һис тә яҙыҡ булмаҫ.

Эске бер тулҡынланыу менән китаптың беренсе битен асам, ҡайһы тарафта, ниндәй нәшриәттә ижад ителеүенә иғтибар итәм. Юғары сифатлы ҡағыҙҙа, 1000 данала баҫылған “Оло Эйек ҡыҙы”.

“Әлбиттә, мин хәтирәләремдә Зәйнәб апайҙың серҙәрен асырға йыйынмайым, әммә уның әҙәбиәт­тә генә түгел, ә көнкүрештә ни тиклем батыр, ығы-зығыларҙан күҙ күреме юғарылыҡта өҫтөн булыуын күрһә­терлек ваҡиғаларға туҡталырмын, тип уйлайым. Сөнки уның көнкүреш батырлығы булмаһа, әҫәрҙәре менән бөтә илебеҙҙе яулап алырҙай яҙыусы кимәленә күтәрелә алмаҫ ине”, – тип аңлатма бирә Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, уҡытыу­сы, ғалимә Мәрйәм Бураҡаева китаптың баш һүҙендә.

Бер өтөрө лә үҙгәртелмәгән хаттарын уҡыйһың да Зәйнәб апайҙың үҙе менән һөйләшкәндәй булаһың. Китаптың һәр уҡыусыһы ошондай илаһи тойғоно кисерәлер. Мин үҙем дә Оло Эйек һыуын эсеп үҫкәнмен. 1976 йылдың йәйендә Зәйнәб апайҙың беҙҙең Юлдыбай ауылына килеүен иҫкә төшөрөп үткем килә.

Осрашыуға шау-гөр килеп, ентекләп әҙерләндек. Сәхнәләр яһап, һабантуйҙағы кеүек ярыштар ойоштороп, ҡаҙандар аҫып, аш бешереп ҡаршы алғайныҡ хөрмәтле ҡунаҡтарҙы. Делегация составында, Зәйнәб апайҙан тыш, Алик Сәйетҡолов ағайҙың да барлығы иҫтә ҡалған. Апайыбыҙ ябай сәскәле күлдәктә, козыреклы аҡ кепкала ине. Йәтеш кенә кәүҙәле, муйылдай ҡара күҙҙәре шатлыҡ менән тулы. Халыҡ араһынан берәүҙең: “Ҡандай романдар яҙғас, мин уны дастуйын кәүҙәле икән тиһәм...” – тигәне ишетелде. Мөхәмәт олатай Килсенбаев уға: “Алтын ҙур булмай ул!” – тип яуап­ланы, халыҡ та күңелле геүләшеп ҡуйҙы. Зәйнәб апай иһә был һүҙҙәргә ҡыуанғандай булды, ихлас ҡына көлөп ебәрҙе...
Һәр битен йотлоғоп уҡыным китаптың. Алтынға бәрәбәр кә­рәкле, фәһемле, оло эш эшләнгән. Зәйнәб апайҙың булмышын бығаса әҫәр­ҙәре аша ғына төҫмөрләһәк, “Оло Эйек ҡыҙы” беҙгә әҙибәнең күп яҡлы шәхес булыуын асты. Алкиндағы бал ҡорттары тура­һындағы хәтирәләрҙе, “Өфөләге бөтөн Зәйнәптәр йыйылышҡан да килгән икән” тигән юлдарҙы уҡығас, һыным ҡатҡансы көлөп бер булдым, күңелдәрем күтәрелеп китте хатта! Ысынлап та, Зәйнәб Биишева – ысын халыҡ яҙыусыһы, ул һәр саҡ халҡына таянған, уның ышанысын, хөрмәтен яулаған. Аҡмулла әйткәнсә: “Алтынға быс­раҡ атыу менән, бысраҡ китер, алтындан нур китмәҫ”.

Мәрйәм Бураҡаева “Оло Эйек ҡыҙы” китабы менән Зәйнәб апайҙы тағы бер баҫҡысҡа юғары күтәрҙе. 30 йәшлек йәш ҡатын менән етмешкә еткән яҙыусының әхирәт булып, серҙәрен бүлешеп йәшәүе, бер-береһенә терәк булыуы һоҡ­ландыра. Әҫәрҙең беренсе бүлеге “Үткәндәргә ҡайтҡы килә...” тип аталған. Мәрйәм апай йылдар аша оло дуҫы, серҙәше, кәңәшсеһе менән бергә үткән мәлдәрен һағына. Хәтирәләрҙең һәр юлында ошо яҡты һағыш ярылып ята.

Ә Зәйнәб апайҙың хаттарына килгәндә инде, ул Мәрйәм апайға һәр саҡ “һылыу” тип яратып мөрә­жәғәт итә, уға ышанып, серҙәре, хыялдары менән бүлешә, автор ошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазинаһын беҙҙең менән уртаҡлаша.

Зәйнәб Биишева тигән күп яҡлы шәхесте, оло донъяны асты беҙгә был китап. Бөтә донъя кимәлендә танылыу яулаған халыҡ яҙыусыһы – беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ, Оло Эйектең ябай ғына ҡыҙы булып, күңелдәребеҙҙә күптән ҡәҙерле урын алған.

Был китап беҙҙең һәр бере­беҙҙең шәхси китапханаһында булырға тейеш тип иҫәпләйем. Хәтирәләрҙе уҡып сыҡҡас, бәлки, әҙибәне күреп белгәндәр, аралашып йәшәгән кешеләр күңелендә лә матур мәлдәр, миҙгелдәр тураһында иҫтәлектәр яңырыр.


Вернуться назад