– Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә.
– Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү.
– Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға.
– Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү.
* * *
Ғишыҡ тотоп йәшәр өсөн бихисап түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк. Түҙемһеҙ кеше ғишыҡ тотоп маташмаһын да ул.
* * *
Төҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй.
* * *
Һабантуй митинг та, театр ҙа түгел. Ул – кешеләрҙең күңелен хистәрҙән юғары күтәргән иң бейек, илаһи күренеш (илһөйәрлек тураһында).
* * *
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.
* * *
Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тураһында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелештәргә лә ирешкән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән. Шулай ҙа оҙон-оҙаҡ тарих юлында үҙенең ижади ҡеүәтен, һәләтен, илһамын юғалтмай һаҡлап килгән.
* * *
Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡағып тормай ғына ҡапҡаны.
* * *
Ололай бел хужа хаҡын, хөрмәт күрәм тиһәң, маҡта уның атын.
* * *
Аяҡ баҫһаң үләндәре
Торғаны бәрхәт инде,
Шул тупраҡта тыуып үҫеү
Үҙе бер бәхет инде.
* * *
Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе.
* * *
Ваҡытҡа ҡояш баш түгел,
Уға мөхәббәт хужа.
* * *
Әҙәми заттың ер тетрәүҙән, туфан ҡалҡыуҙан, йыһанда килеп тыуған фажиғәләрҙән түгел, хатта атом һуғышынан да түгел, ә араҡынан, наркотиктарҙан, ядро ҡалдыҡтарынан, зарарлы газдарҙан, компьютер нурҙары ағымынан, рухи тарҡалыуҙан һәләк булыуы ихтимал, әгәр бөгөн аҡылыбыҙға килмәһәк.
* * *
Һәр кем үҙ тауына үҙ мәлендә менергә тейеш.
* * *
Егеттәр теле әйткән һүҙ – ҡырҡылып ауған имән.
* * *
Ирҙәрҙең күбеһе мөхәббәт ағасын ҡарарға, үҫтерергә, һаҡларға атлығып бармай, бары емешен генә өҙөргә ярата. Мөхәббәттең яуаплылығынан, хатта мәшәҡәтенән ҡурҡа улар. Был тәңгәлдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың өстән икеһе тәүәккәл булһа, ирҙәрҙең шул саҡлыһы уҡ ҡурҡаҡ.
* * *
Алыҫ юлға эйәрләйҙәр аттарҙың иң яҡшыһын, ҙур йомошҡа ебәрәләр ирҙәрҙең иң затлыһын.
***
Тәкәбберлек! Һинән башҡа ла бар
Был донъяла байтаҡ нәмәләр –
Ерҙә йөрөй әле йәйәүлеләр,
Һыуҙа йөҙә әле кәмәләр.