Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...20.01.2019
Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының республикабыҙ сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Айырыуса халыҡсанлығы менән абруй, хөрмәт, һөйөү ҡаҙанған ул. Олпат тарихына күҙ һалғанда, театрҙа заманында әллә күпме сәнғәт оҫтаһы хеҙмәт иткән, күптәре мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған.

Ҡалала актерҙар йәшәгән йорт бар, ул В. Маяковский урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова әйтеүенсә, ул, 2015 йыл Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгәс, халыҡтан ҡултамға йыйып, ҡасандыр Сибай театрының йөҙөк ҡашы булған артистар йәшәгән ошо йортҡа таҡтаташ ҡуйҙыртыу маҡсатында эш башлай. Әммә етәкселектә уның тауышын ишетеүсе табылмай.

Өҫтәүенә йорт иҫке. Заманында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, уның ата-әсәһе – Башҡортостандың халыҡ артистары Шәмсинур Сиражетдинова менән Закирйән Ханов, Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмзә Ҡурсаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәзинә Ҡаһарманова, Башҡортостандың халыҡ артисы Мулланур Ниғмәтуллин, Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаев, атаҡлы ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артистары Йәмилә Абитаева, Мөнирә Әхмәтғәлиева, Кифая Хәбибуллина һәм башҡалар йәшәгән һәм ижад иткән йорт оло хөрмәткә лайыҡ түгелме ни?

Уға ағымдағы Театр йылында, бәлки, иғтибар күрһәтелер: төҙөкләндерелер һәм ошонда ғүмер кисергән артистарҙың исеме яҙылған таҡтаташ ҡуйылыр?


Вернуться назад