Һүрәттәрендә дәүер сағыла30.05.2012
Һүрәттәрендә дәүер сағылаЯңыраҡ редакцияға СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың хәләл ефете шылтыратты.
— Ваҡытығыҙ булһа, беҙгә килеп китегеҙ әле, — тине Луиза Мөжәүир ҡыҙы. — Әхмәттең быға тиклем бер ҡайҙа ла күренмәгән хеҙмәте менән таныштырырға иҫәбем.

Ысынлап та, был картиналарҙы бер күргәҙмәлә лә, рәссамдың әҫәрҙәре каталогында ла күргән юҡ ине. Бына, исмаһам, хазина!
— Белорет металлургия комбинаты хаҡында картиналар серияһы әҙерләү маҡсатында ирем 1961 йылда дәррәү эшкә тотондо, — ти Луиза апай. — Комбинатҡа барып, ундағы хеҙмәткәрҙәр менән аралашып йөрөнө. Тик ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ул эшен дауам итмәне. Бары биш әҫәр яҙыу менән сикләнде. Ул картиналар шул йылдан алып Әхмәттең оҫтаханаһында һаҡланды, вафат булғас, барлыҡ эштәрен фатирға ташып ҡуйҙыҡ. Ошо көндәрҙә әҫәрҙәрен барлай башлаһам, теге тамамланып бөтмәгән серияның картиналарын күреп ҡалдым...
“Цехта”, “Белорет металлургия комбинаты панорамаһы”, “Металлургтар бригадаһы” (ике вариант), “Сталевар Емельянов” — былар бит барыһы ла оло ҡиммәткә эйә.Һүрәттәрендә дәүер сағыла Танылған рәссамдың хеҙмәте булғаны өсөн генә түгел, әҫәрҙең ҡала тарихын, заводты күтәреүсе ябай хеҙмәткәрҙәрҙе сағылдырыуы, илдең эшсе халыҡты данлаған осорҙо һүрәтләүе менән ҡиммәт. Уйлап ҡараһаң, Емельянов кеүек ябай кешеләр күтәргән бит үҙ заводын, шуның менән йәшәгән ҡалаһының да, дәүләтенең дә көс-ҡеүәтен арттырған.
Һүрәттәрендә дәүер сағыла“Металлургтар бригадаһы”н ғына ҡарайыҡ. Ирҙәр шул тиклем үҙ урынында ышаныслы, ныҡ тора. Бының менән улар ябай хеҙмәткәр генә түгел, ә мөһим эш башҡарғанлыҡтарын да күрһәтәләр. Комбинатта эшләү — үҙе ҙур ғорурлыҡ тигән фекерҙе уларҙың буй-һынынан тоҫмалларға була.
Ә “Сталевар Емельянов” иһә шул осорҙоң мөһим һәм яуаплы металлург эшен башҡарыусыны кәүҙәләндерә. Портретты, ғәҙәттә, алдан эшләйҙәр. Әхмәт Лотфуллин юҡҡа ғына артҡы пландан төшөрмәгән. Сталеварҙың ныҡлы һыны аша үҙ һөнәрен яҡшы белгән шәхесте күрһәтә. Уның ҡарашы ла алға, намыҫлы хеҙмәт юлына төбәлгән. Әлбиттә, был хеҙмәттәрҙең барыһы ла эшләп бөтөрөлмәгән. Ҡайһылары эскиз көйөнә ҡалдырып торолған. Шулай ҙа гәзит уҡыусыға Әхмәт Лотфуллиндың ошо әҫәрҙәрен тәҡдим итмәксебеҙ.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад