Уға бөтә ғилем, аҡыл һыйған30.05.2012
Уға бөтә ғилем, аҡыл һыйғанТормошобоҙҙо китапһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Олатайҙарҙың быуаттар төпкөлөнән ҡағыҙға яҙып ҡалдырған мираҫы, васыяттары, ғалимдарҙың уй-фекерҙәре, шағирҙарҙың йөрәген ярып сыҡҡан юлдары тупланған уларҙа.

Китап яратҡан, уның әһәмиәтен балаһына төшөндөрә алған ғаиләлә бала уҡымышлы, тәртипле, үҙаллы булып үҫә. «Бөтә ғүмереңде сарыф ит һин китапҡа, бөтә тормош, бөтә аҡыл китапта» тигән һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына әйтмәгән бер яҙыусы. Бөтә Рәсәй китапханалар көнө уңайынан Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы үткәргән сарала китапханасыларҙың хеҙмәте юғары баһаланды.
— Халыҡтың үҙаңын үҫтереүҙәге эшегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Әҙәбиәтебеҙ аша тыуған илгә һөйөү уятаһығыҙ, тарихи ҡомартҡыларҙы халыҡҡа еткерәһегеҙ. Серле, мөғжизәле китап донъяһын яҡтыртҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова һәм был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән бер төркөм китапханасыға Почет грамотаһы тапшырҙы.
Бөгөн 75 китапхананың үҙ сайты бар. Сарала «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты» конкурсына йомғаҡ яһалды. Был ярыш өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. «Муниципаль райондың иң яҡшы сайты» номинацияһында Баҡалы биләмә-ара һәм Күгәрсен райондарының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы алдынғылыҡты бирмәне. Шулай уҡ Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы һәм «Респект» хоҡуҡи компанияһы ойошторған «Һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү эшен иң яҡшы ойоштороу», «Консультант Плюс – мәғлүмәт навигаторы» конкурстарына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Быйыл бәйгелә район һәм ҡалаларҙан 117 китапхана ҡатнашҡан.

Фирҙәүес ВӘЛИЕВА, Ишембай ҡалаһы:
— Китапхана техникумын тамамлағас, хеҙмәтемде Ишембай ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында башланым. Һайлаған һөнәрем бик оҡшай. Эшкә барыу – минең өсөн байрам. Йәштәргә лә шул турала әйтәм.
Лилиә ҒИРФАНОВА, Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылы:
— Был байрамға беренсе тапҡыр килдем. Сара матур ойошторолған. Бер-беребеҙ менән осрашып, аралашып, фекер алыштыҡ. Китапханасы төрлө йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға өлгөрә: ул һайлау, баҫыу эше булһынмы...
Ольга БӘҘРЕТДИНОВА, Асҡын районы:
— Китапханала туғыҙ йыл эшләйем. Быйыл «Мәғлүмәт навигаторы» конкурсының «Үҙ эшенең оҫтаһы» номинацияһында 3-сө урынды алдым. Әйткәндәй, бәйгелә икенсе йыл ҡатнашам. Ошондай ярыштар йышыраҡ булып торһон ине.
Рима ИСМӘҒИЛЕВА, Өфө ҡалаһы:
— Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың дөйөм уҡыу залында өс тиҫтә йылға яҡын эшләйем. Китапханасыларҙы иғтибар үҙәгенә алып, матур байрам ойошторғандар. Бындай саралар яңы эштәргә ҡанатландыра, илһам бирә.
И. ҠОЛБАХТИНА.


Вернуться назад