“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар”18.01.2019
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевкә 45 йәш тула. Ошо уңайҙан ул үҙенең ижади төркөмө менән 27 ғинуар Спорт һарайында уҙасаҡ ҙур концерт-тамашаһын әҙерләй. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин, композитор, күп хиттар авторы Урал Солтанов, “Тамаша” үҙәге продюсеры Эльвир Зарипов менән берлектә йырсы "Рәсәй-Башҡортостан" телеканалы ойошторған матбуғат конференцияһында ҡатнашты, журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Әнүәр Нурғәлиев үҙе әйтеүенсә, ул был концерт менән үткән йылдарына йомғаҡ эшләргә теләй. Тамашаға ул дуҫтары, хеҙмәттәштәре менән бергә әҙерләнә. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ концертҡа килеүселәр һаны күбәйгәндән-күбәйгәс, тамашасы өсөн өҫтәмә урындар булдырыу сәбәпле, сәхнәне залдың уртаһына шылдырғандар.

– Шуға ла сәхнәлә төрлө ракурстарҙан, төрлө яҡлап эшләйәсәкбеҙ. Был – минең ҙур масштабтағы беренсе концертым. Ҡурҡыу юҡ, әммә тулҡынланыу бар, – ти йырсы.

Ижади төркөм Әнүәр Нурғәлиевте тик ыңғай яҡтан ғына телгә ала.

– Беҙ уның менән бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлайбыҙ. Тамашасы өсөн иң мөһиме – йырсының бар йөрәктән сығыш яһауы. Был йәһәттән Әнүәр барыһын да күңел биреп башҡара, – тине композитор Урал Солтанов. Уның һүҙҙәрен Вилдан Яруллин да йөпләне:
– Мин Әнүәрҙе бик күптән беләм һәм уның менән ғорурланам. Ул беҙҙең эстраданың “йондоҙо” ғына түгел, ә изге эш – хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Бар проекттарҙы хуплай, ярҙам ҡулы һуҙа.

Концерт сценарийының тәғәйен авторы юҡ – барыһын да бергәләп, кәңәшләшеп уйлағандар. Әнүәр Нурғәлиев әйтеүенсә, тамашала ул башҡортса ла йырлаясаҡ.


Вернуться назад