Тынмаһын “Урал моңо”!29.05.2012
Тынмаһын “Урал моңо”!“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында халыҡ шығырым тулы ине. Ғәҙәттә, ял көнөндә бөтәһе лә баҡсаға йә иһә ауылға ашҡына, шуға ла концерт ойоштороусылар залды тултыра алмай. Ә бөгөн халыҡ туҡтауһыҙ мәҙәниәт һарайына ағыла. Сәбәбе ниҙә?..

“Урал моңо” төрки йәштәренең конкурс-фестивале хәҙер ун алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был осорҙа ул әллә күпме ижадсыға ныҡлы ҡанат ҡуйҙы. Ике йылға бер үткәрелгән күркәм сараны республикабыҙ халҡы көтөп ала. Ни тиһәң дә, фестиваль төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡабатланмаҫ сығышы менән күптәрҙең күңелен әллә ҡасан уҡ арбап өлгөргән.
Быйыл мәртәбәле фестивалдә 50 конкурсант ҡатнашырға теләк белдерҙе. Йыр-моңға ғашиҡ булғандарға алыҫ ара нимә инде?! Дағстандан, Ҡабарҙа-Балҡар, Тыва, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Яҡутстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан, Алтай, Кемерово өлкәһенән, Ставрополь крайынан килеүҙәре — шуға сағыу миҫал.
Төрки халыҡтарының телдәрендә генә түгел, мәҙәниәтендә лә уртаҡ һыҙаттар бар. Илдәр тарҡалып, тығыҙ аралашыу мөмкинлеге кәмегәндә, ошондай саралар беҙҙе берләштереүҙә күпер булып тора ла инде.
— Фестивалдең төп маҡсаты еңеүселәрҙе билдәләү өсөн бәйге ойоштороуҙа ғына түгел, — ти жюри рәйесе Урал Иҙелбаев. — Тәү сиратта, төрки халыҡтары араһында Тынмаһын “Урал моңо”!йылы мөнәсәбәт булдырыу һәм дуҫлыҡ ептәрен нығытыу күҙ уңында тотола.
“Урал моңо-2012” фестивалендә ҡатнашыусылар республикалағы күркәм мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалманы. Бүздәк районында һабантуй байрамында булдылар, ә Иглиндә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһанылар.
Шәмбе көнө “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында программаның иң сағыу өлөшө — Гала-концерт үтте. Унда еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Әйткәндәй, быйылғы фестивалдә гран-приҙы Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов яуланы. Еңеүсегә диплом һәм 3 мең доллар күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


“Урал моңо-2012” конкурс-фестиваленең еңеүселәре:

Гран-при — Нурбол Балапанов (Ҡаҙағстан)

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында

1 урын — Эльдар Атмырҙаев (Ҡабарҙа-Балҡар), Надежда Ҡуулар (Тыва)
2 урын — Мурза Алесгендеров (Дағстан), Салчак Борбак-оол (Тыва)
3 урын — Иҙел Аралбаев (Башҡортостан), Зөһрә Шайдылдаева (Ҡырғыҙстан)

Төркөмдәр араһында

1 урын — “New Boys” (Ҡаҙағстан)
2 урын — “Латин кварталы” (Башҡортостан)
3 урын — “Арғымаҡ” (Башҡортостан)


Вернуться назад