Китапты ҡулда тотоп уҡыуға ихтыяж бар әле18.01.2019

Интернет заманында ла рухи ҡиммәттәр юғалмай.

Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә, интернет заманы тигән булып, имеш, халыҡ, уҡыусылар, бала-саға китап уҡымай, баҫма матбуғат менән ҡыҙыҡһынмай тигән ҡалыплашҡан фекер нығына башланы. Әлбиттә, фәҡәт электрон баҫмалар бар, ләкин уларҙы авторҙары айырым китап итеп баҫтырырға ашыға, сөнки китабыңды ҡулыңда тотоп ҡарау үҙе ни тора. Уҡыусылар китапханала ижади емешең менән ҡыҙыҡһынһа, быныһы инде мең тапҡыр мәғҡул! Шулай итеп, китапхана яҙмышы әлегә бик өмөтлө. Тәрәҡҡиәт интернетһыҙ ҙа, китапханаһыҙ ҙа була алмайҙыр. Бына Бөрө районы китапханасылары йыл буйы башҡарған эшенә һығымта яһай.

Башҡортостан Республикаһы — китапханалар системаһын һаҡлап ҡалған һәм уны үҫтереүгә күп көс һалған федераль субъекттарҙың береһе. 2015 йылғы күрһәт­кестәр буйынса, республикала 1680-дән ашыу дәүләт һәм муниципаль китапхана булған. Ҡыҙғанысҡа, миндә һуңғы мәғлүмәт юҡ, ләкин Башҡортостан китапханалар ассоциацияһы етәкселеге белдереүенсә, бер-ике йыл эсендә тиҫтәләгән китапхана ойошторолған. Тимәк, улар һаны арта бара. Китапханалар предприятиеларҙа, яңы асылған юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә пәйҙә була. Етмәһә, хосуси ойошмалар барлыҡҡа килә. Инновацион күсмә, моделле китапханалар барлыҡҡа килде. Бөрө ҡалаһында беренсе­ләрҙән булып һаулығы сикләнгән кеше­ләргә (инвалид, ныҡ өлкән йәштәгеләр һ.б. өсөн) мобиль китапхана ойошторолдо.

Бөрө районы ултыраҡ-ара китапханалар системаһында (директоры — Бөрө баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ирина Нәүфәл ҡыҙы Талипова) 28 китапхана эшләп килә. Район ултыраҡта­рында (ауылдарында) барлығы 23 китапхана, ә Бөрө ҡалаһында – биш.

Мәҡәләнең күләме Бөрө китапханасы­ларының халыҡҡа, бала-сағаға, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға иҫ китмәле тырышып, ифрат әүҙем хеҙмәт итеүен тәфсил һөйләргә мөмкинлек бирмәй. Шуның өсөн мин 4-се ҡала китапханаһын ғына миҫал итеп килтерәм. Беренсенән, ул ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Яҡында ғына район мәғариф идаралығы, бик матур сквер, арыраҡ — Октябрь үҙәк майҙаны, дини биналар (ҡорам, сиркәү, Цюрупа урамында Тарихи мәсет). Район мәҙәниәт йорто, мәктәп, тарихи музей ҙа йәнәш, тигәндәй. Шулай булғас, был китапхана — ҡалала иң ҡайнап торған мәҙәни үҙәк ул!

4-се ҡала китапханаһына ике тиҫтә йыл рәттән талантлы, һәр ваҡыт бөхтә, иҫ киткес гүзәл Елена Викторовна Резнова етәкселек итә. Уның ҡул аҫтында биш әүҙем, инициативалы хеҙмәткәрҙәр эшләй: Людмила Байрамова, Елена Гулюк, Татьяна Мелехина, Юлиана Гаврилова һәм Ирина Гурьянова.

“Библиотөн”, “Музей төнө”, “Театр төнө” – был саралар, әлбиттә, китапханасы­ларһыҙ үтмәй. “Ҡала көнө”, “Бөрө алмаһы” фестивалендә лә Елена Викторовна хеҙмәткәрҙәре менән сараларҙың эсендә ҡайнаны. Башҡорттоң да данлы шәхестәре иғтибарһыҙ ҡалмай. Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған кисә, уға арналған ҙур күргәҙмә уҡыусылар, ҡала халҡы өсөн үҙенсәлекле байрам булды. Бөрөләрҙең һәм дүртөйлөләрҙең яҡташы, башҡорт халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшинға арналған ифрат шәп сара үткәрелде. Шулай уҡ рус классиктары (Сергей Есенин, Михаил Лермонтов, Иван Тургенев) хөрмәтенә саралар БДУ-ның Бөрө филиалы студенттарын, медицина-фармацевтика колледжы һәм кооператив техникум уҡыусыларын, йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итте.

“Ҡала көнө” һәм “Бөрө алмаһы” фестивале уңышлы үтте. 4-се китапхана скверҙа Бөрө ҡалаһы тарихына арналған ифрат мәғлүмәтле, бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторҙо. Халыҡ, балалар, студенттар күргәҙмәгә теләп килде. Китапханасылар улар араһында блиц-һорау ойошторҙо, ҡыҙыу бәхәстәр ҙә булды.

Белгестәр фәҡәт кәштәләрҙән, стел­лаждарҙан китап, гәзит-журнал биреп кенә ултыра тип уйлайҙыр бәғзе берәүҙәр. Юҡ, китапханасы — ул универсаль һөнәр эйәһе. Китапханасы — педагог һәм уҡытыусыға тиң хеҙмәткәр ул. Елена Викторовна: “Китапхананың төп бурысы — белем биреү, яңы сығанаҡтар менән таныштырыу, тәрбиә биреү”, — ти. Раҫ һүҙҙәр!

Китап — кешенең хәтере, юлдашы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, уҡытыусыһы. Китапһыҙ халыҡ тарихһыҙ милләткә әйләнә, ә тарихын онотҡандың киләсәге өҙөлә.

Мин, оҙаҡ йылдар педагогия институтында эшләгән уҡытыусы булараҡ (ә йәш сағымда мәктәптә лә уҡыттым), бигерәк тә балаларҙы, мәктәп уҡыусыларын китапханаға ылыҡтырырға тырыштым. Елена Резнова етәкселегендәге 4-се ҡала китапханаһы мәктәп балалары, колледж һәм БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары менән төрлө саралар ойоштора. Иң мөһиме – китапхана мәктәптәргә ҙур ярҙам күрһәтә.

Китапхана — серҙәр донъяһы, рухи мираҫыбыҙҙы быуындарҙан-быуындарға тапшырыусы, аҡылдың, изге олуғ фекерҙәрҙең шишмә башында тороусы. Ул китап кәштәләрендә теҙелеп торған китаптары менән генә түгел, ә үҙенең уҡыусылары менән йәшәй, шулар менән хозур. Бөрө китапханасылары ошо матурлыҡҡа фиҙакәр хеҙмәт итә лә инде.


Вернуться назад