Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға.
Наил Мәхмүтовтың ошо исем менән донъя күргән китабында мәшһүр Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллиндан башлап, һынлы сәнғәт күгендә яңы ғына ҡабынған йәш “йондоҙҙар”ҙың да эштәре, улар хаҡында мәҡәләләр урын алған.
“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проектының төп маҡсаты – республикала ғына түгел, Рәсәй, донъя киңлектәрендә мөмкин тиклем күберәк кешене башҡорт рәссамдары менән таныштырыу.
“Киң даирә өсөн” тиелә китаптың үҙендә. Тимәк, ул һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн генә түгел, ғөмүмән, сәнғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ һәр кемгә лә ҡыҙыҡлы. Шулай булмай ни, башҡорт рәссамдарының иң сағыу картиналарын да, улар хаҡында бик йылы яҙылған мәҡәләләрҙе лә туплаған ул.
“Башҡортостан рәссамдары... Халыҡ һөйөүен яулаған һоҡланғыс оҫталар ҙа, һәләтле йәштәр ҙә етерлек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тема, йола буйынса, һаман “һайланма кешеләр” өсөн булып, тулыһынса асылмай, республикабыҙҙағы күпселек өсөн “аҡ тап” булып ҡала килде. Мәктәптәрҙә лә, юғары уҡыу йорттарында ла (махсус факультеттарҙан башҡа) арҙаҡлы рәссамдарыбыҙҙың ижады өйрәнелмәй, уларҙың иң билдәле эштәре менән бик әҙҙәр таныш.
Был “белмәү феноменында”, әлбиттә, рәссамдарҙың ғәйебе юҡ. Уларҙың эше – үҙ-үҙҙәрен пиарлау түгел, ә картина яҙыу. Ғәйеп – матди байлыҡ, ваҡытлыса төшөнсәләр артынан ҡыуып, мәңгелек ҡиммәттәрҙе күреү, тойоу, аңлау һәләтенән мәхрүм булған йәмғиәттә”, – ти Наил Мәхмүтов китабының баш һүҙендә.
“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” китабы – үҙенең эсенә йыл ярым ваҡытты, 30 район һәм ҡаланы, тулы бер команда эшен йыйған оло проекттың ижад емеше ул. Рәссамдарҙан, йырсы-музыканттарҙан торған ижади төркөм республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә була, күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар ойоштора, концерттар ҡуя. Был сәфәрҙәр уларға күп яңы танышыуҙар һәм асыштар бүләк итә. Былар хаҡында ла китапта фотоһүрәттәргә һәм юл хәтирәләренә айырым урын бирелгән.
“Легендалар” тигән бүлектә баҫылған Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллин, Әҙиә Ситдиҡова, Николай Пеганов, Йәлил Сөләймәнов һәм башҡалар хаҡында Георгий Калитов, Эльвира Кәримова, Елена Синицына, Надежда Смирнова һәм башҡа авторҙарҙың йәнле очерктары бер тынала уҡыла.
“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” бәйгеһенең иң өлкән ҡатнашыусыһы ул”, – тиелә Фәниә Шевчук хаҡында. Уның ҡатмарлы ла, нурлы ла яҙмышы хаҡында Эльвира Кәримова китапта бына ни тип яҙа:
“...Ҡайҙалыр, офоҡ аръяғында – тыуған ауылы Мортаза, уның алыҫ сәфәренең юл башы. Тәүге мәктәбе, ҡайтмаҫҡа киткән уҡытыусылары, ерҙе һөрөр өсөн ҡырҡылған хозур ҡайын сауҡалыҡтары. Өфөнөң үҙенән килгән рәссам ҡыҙ уның һүрәттәрен күреп ғәжәпләнә: “Һиңә мотлаҡ һүрәт төшөрөүеңде дауам итергә кәрәк!” Аҙаҡ, 37-селә, алыҫ Себергә, атаһына, михнәтле юл; әсәһе менән уны аслыҡтан ҡотҡарған бер тоҡсай сохарый...”
Артабан Фәниә Әкрәм ҡыҙының тормош юлы менән бер рәттән уның ижад шишмәһенең башланғысы, тулы һыулы ҙур йылғаға әүерелеүе шиғри тел менән тасуирланған. “ДДТ” төркөмө солисы, шулай уҡ һәләтле рәссам Юрий Шевчуктың ижадын үҙ итеүселәр ҙә уның хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табасаҡ.
“Уның яратҡан Есенины “шиғырҙар менән һүрәт төшөрөп була” тигән, ә Бурзянцев үҙе һынлы сәнғәтте шиғриәткә әүерелдергән” тип яҙа шул уҡ Эльвира Кәримова БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Александр Бурзянцев хаҡында. Сығышы менән Йылайыр районы Балаҡар ауылынан булған рәссамдың бар ижады бөгөнгө көндә тулыһынса өйрәнелмәгән әле.
Китапҡа ингән “Умырзаялар мәле”, “Ағиҙел өҫтөнән”, “Ҡандры”, “Йылайыр”, “Иҫке Өфө. Тәүге ҡар” картиналары Александр Бурзянцевтың ысынлап та тылсымлы ҡәләме хаҡында һөйләй. Ул йырып сыҡҡыһыҙ Урал урманының бар мөһабәтлеген дә, тәүге ҡар хөрмәтенән биҙәкле күлмәк кейгәндәй ҡупшы күренгән Өфө урамдарын да берҙәй оҫта сағылдырып ҡына ҡалмай, уларға үҙенән ҡабатланмаҫ биҙәктәр өҫтәй. “Күберәк натураға түгел, рәсемеңә ҡара, ҡайын һәр саҡ рәссамға ҡайҙа кәрәк, шунда үҫә”, – тимәй уға юҡҡа ғына остазы Иван Горюшкин-Сорокопудов.
Һупайлы биҫтәһендәге таш йорт диуары буйына эшләнгән Юрий Гагарин портретын, “Йәшел сауҡалыҡ”тағы шулай уҡ туғыҙ ҡатлы йорт дәүмәлендәге “Башҡорт ҡыҙы бейеүе”н кем генә күреп һоҡланмаған икән... Һынлы сәнғәттең яңы төрө – стрит-артҡа ла урын бүленгән китапта.
Исеменән үк билдәле булыуынса, был сәнғәт төрө урам һүрәттәренә арналған. Был өлкәлә уңышлы ижад иткән Артур Лукьянов, Артур Нурадинов хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, уларҙың эштәренең фотоһүрәттәре “Актуаль сәнғәт” бүлегенә тупланған. Был Наил Мәхмүтовтың китапты төҙөгәндә йәштәр ижадына ла лайыҡлы иғтибар һәм баһа биреүе хаҡында һөйләй.
Юғарыла һанап үтелгәндәренән тыш, китапта “Оҫталар” һәм “Аҫылташтар” исемле бүлектәрҙә шулай уҡ сағыу исемдәр, һәләтле эштәр тупланған. Һәр береһе гәзит биттәрендә айырым мәҡәлә булып сығырға лайыҡлы. Шуныһы ҡыуандыра: “Аҫылташтар” бүлегенә ингән ҡәләм тирбәтеүселәр – халыҡ араһынан сыҡҡан һәүәҫкәр рәссамдар. Был “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” проектының һынлы сәнғәттә тәүге аҙымдарын яһаусыларға артабан юл ярыуға терәк-таяныс булыуы хаҡында һөйләй.
Бар булмышы менән сәнғәткә ғашиҡ кеше ул Наил Мәжит улы. Ошо һөйөүе арҡылы ул үҙен уратып алған мөхитте, республикаһын, уның халҡын ошо тылсымлы донъяға этәрергә теләй. Күптән түгел Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән китабының исем туйында ул һәр тамашасыға китабын бүләк итеп кенә ҡалманы, кисә һуңында ваҡытын, көсөн, иғтибарын йәлләмәй, шул китаптарҙың һәр береһенә үҙенең теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
Башҡортостандың һөйөклө рәссамдарының тәүге осошо был, тәүге китабы. Яулар үрҙәр, табыр яңы һәләттәр, күрһәтер сағыу картиналар алда, тимәк, был изге башланғыс киләсәктә мул емеш бирәсәк әле.